Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2024, 18:42

Ҡомаҡ хәҙер ауыр һорауҙарға яуап бирә белә...

Рәсәйҙә ғалимдар ябай ҡомаҡтың мейеһенә интеллект тоташтырған. Бындай хәл донъяла беренсе тапҡыр күҙәтелә.

Ҡомаҡ хәҙер ауыр һорауҙарға яуап бирә белә...Ҡомаҡ хәҙер ауыр һорауҙарға яуап бирә белә...
Ҡомаҡ хәҙер ауыр һорауҙарға яуап бирә белә...

Пифия ҡушаматлы ҡомаҡҡа тоташтырылған нейроинтерфейс аша электр импульстар эләгә, был кимереүсенең мейеһенең айырым урындарын эшләтергә ярҙам итә. Махсус сигналдар ҡомаҡты һорауҙарға яуап бирҙерә.

Ҡомаҡ йөҙләгән фәнни һорауҙарға дөрөҫ яуап бирә. Хатта Альберт Эйнштейндың тыуған көнө ҡасан икәнлеген белә.

Дөрөҫ яуаптар өсөн Пифияға тәмлекәс биргәндәр.

Төрлө һорауҙарға яуапты Пифия клавиатура аша яуап бирҙе, - тип белдерҙе белгестәр. Еңел булмаған проектты лабораторияла "ИИнтуиция" тип атайҙар.

Дуҫтар, бындай ҡомаҡты имтиханға тотоп керергә кәрәк, эйе бит?

 

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас