Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
7 Ноябрь 2024, 11:20

Йыл блогеры!

Стәрлетамаҡта республика кимәлендә "Йыл блогеры" үтте!

Йыл блогеры!Йыл блогеры!
Йыл блогеры!

Стәрлетамаҡ ҡалаһында дүртенсе йыл рәттән "Йыл блогеры" премияһы уҙҙы. Йыл һайын был сара социаль селтәрҙәрҙә үҙ биттәрен алып барған блогерҙарҙы берләштерә. Блогер - хәҙерге ваҡытта бик популяр, актуаль һөнәр тип тә әйтһәк була. Матур кадрҙар, төрлө ҡыҙыҡлы контент булдырыу өсөн блогерҙар бик күп көс һала, шулай уҡ сығымдар ҙа талап ителә.

Уларҙың аудиторияһы меңәрләгән. Быйыл номинанттар һаны - 93, ә ҡатнашыусыларҙың географияһы киң - Стәрлетамаҡ, Өфө, Салауат, Ишембай, Күмертау һәм Стәрлетамаҡ районының билдәле блогерҙары ҡатнашты.

Сараны ойоштороусылар Вера Ротова, Дарья Олеговна - ҡатнашыусыларға төрлө номинациялар бирҙе. Был сара блогерҙарға үҙ урынын табыр өсөн бик яҡшы майҙансыҡ булып тора.

Социаль селтәрҙәрҙә бик актив булған дуҫтарыбыҙға бары тик уңыштар теләйбеҙ.

Йыл блогеры!
Йыл блогеры!
Йыл блогеры!
Йыл блогеры!
Йыл блогеры!
Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас