Халҡыбыҙҙа изгелек хаҡында бик матур мәҡәлдәр ҙә бар:
«Изгелек ҡыл да һыуға һал, балыҡ күрер, балыҡ күрмәһә, халыҡ күрер»
«Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ»
Уйлап ҡараһаң, изгелек эшләү бик ябай, ул аҡса менән үлсәнмәй, ҡайһы берҙә күп ваҡыт һәм көс тә талап итмәй. Хатта таныш булмаған кешегә йылмайыу ҙа мөғжизә тыуҙыра ала. Изге эштәр барыбыҙҙың да кәйефен күтәрә.
Фото: blog.eldorado.ru