Рәсәйҙең китап үҙәге
Башҡортостан лайыҡлы рәүештә илдең иң күп китап уҡыусы төбәге исемен йөрөтә. Был – Бөтә Рәсәй конкурсында яуланған рәсми статус. Нәҡ беҙҙә «Китап байрамы» йәрминкәһе үтә. Ул – нәшриәттәр, авторҙар, уҡыусылар өсөн сағыу һәм көтөп алынған ваҡиға. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, «Китап байрамы» төбәгебеҙҙең мәҙәни бренды булып тора, был фестивалде яраталар һәм көтөп алалар.
Башҡортостанда китап уҡырға ғына яратмайҙар, нәшриәт эшмәкәрлеге лә әүҙем үҫешә. Күренекле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның исемен йөрөткән «Китап» нәшриәте Рәсәйҙең иң яҡшы 50 нәшриәте иҫәбенә инә, ә милли йүнәлешлеләр араһында ул тираж һәм ассортимент буйынса алдынғы урындарҙың береһен биләй. Бында нәфис әҙәбиәт кенә түгел, белешмә, фәнни йыйынтыҡтар, дәреслектәр ҙә сығарыла (йыл һайын «Китап» республиканың 500 меңгә яҡын уҡыусыһын дәреслектәр һәм эш дәфтәрҙәре менән тәьмин итә). Китаптар башҡорт, рус, татар, Башҡортостандың, Рәсәйҙең һәм сит илдәрҙең башҡа халыҡтары телдәрендә нәшер ителә.
Өфө үҙәгендәге заманса магазин
Сентябрҙә республиканың баш ҡалаһында «Китап» нәшриәтенең яңы магазины асылды. Элек ул Октябрь проспектында, туҡталыштан алыҫта урынлашҡан ине. Хәҙер иһә ҡаланың тарихи үҙәгенә – Ленин урамындағы 26-сы йортҡа күсте. Был тирә туристар өсөн дә ҡыҙыҡлы, баш ҡалаға килгән республика халҡы һәм ҡунаҡтар өсөн дә уңайлы.
Сауҙа нөктәһе 180 квадрат метр майҙанды биләй һәм әле үк халыҡ яратып йөрөгән урынға әүерелде, сөнки ул китап магазины ғына түгел, ә уңайлы йәмәғәт киңлеге. Бында ваҡытты ҡыҙыҡлы, файҙа- лы итеп уҙғарырға, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыуҙарҙа ҡатнашырға мөмкин. Сауҙа залынан тыш, магазинда китаптар менән яҡынданыраҡ танышыу өсөн уңайлы биләмә һәм лекторий бар.
«Китап» нәшриәте продукцияһынан тыш, магазинда «Башҡорт энциклопедияһы» сығарған баҫмаларҙы, башҡа төбәктәрҙең, сит илдәрҙең әҙәбиәт өлгөләрен һатып алырға мөмкин. Рус география йәмғиәте һәм Рәсәй хәрби-тарихи йәмғиәте китаптарына айырым урын бүленгән. Шулай уҡ бында балалар өсөн китаптар, ижад өсөн тауарҙар, өҫтәл уйындары, сувенирҙар һатып алып була.
Китаптарҙы онлайн заказ буйынса алдырып буламы?
«Китап» нәшриәте китаптарын донъяның теләһә ҡайһы мөйөшөндә уҡып була. Баҫманы һайлау, һатып алыу һәм килтереүҙе kitap-ufa.ru сайты аша эшләргә мөмкин. Ошонда уҡ электрон китаптарҙы күсереп алырға мөмкин, уларҙың бер өлөшө бушлай бирелә. Аудиоформатта бишек йырҙарын, башҡорт халыҡ әкиәттәрен тыңлау мөмкинлеге бар. Шулай уҡ «Китап» нәшриәтенең продукцияһы халыҡ араһында танылыу яулаған Ozon һәм Wildberries маркетплейстары майҙанында ла киң сағылыш тапҡан. Улар аша ниндәйҙер тауарға заказ эшләгәндә нәшриәттең битләүенә лә иғтибар итегеҙ.
«Китап» нәшриәтенең яңы тауарҙары
«Бишек йырҙары»
Яндекс Музыкала һәм kitap-ufa.ru сайтында тыңлап булған аудиопроект иҫ киткес матур. Бында эстрада артистары Зилиә Бәхтиева, Гөлсөм Бикбулатова, Гәлсәр Байғусҡарова башҡарыуында башҡорт телендәге алты бишек йыры тәҡдим ителгән.
Телефонығыҙҙы QR-кодҡа тоҫҡағыҙ һәм бишек йырҙары битләүенә рәхим итегеҙ .
ӘЙТКӘНДӘЙ
14 ноябрҙә көндөҙгө сәғәт 4-тә «Китап» магазинында (Өфө, Ленин урамы, 26) аудиопроекттың исем туйы һәм бишек йырҙарын башҡарған артистар менән осрашыу була (0+).
«Башҡорт аты». Авторы – Мәхмүт Сәлимов.
Баҫмала башҡорт аты, уның халыҡ тормошон-дағы роле тураһында тарихи мәғлүмәттәр, хәтирәләр, риүәйәттәр, легендалар һәм хикәйәләр тупланған.
Унда Нур-Мөхәмәт олатайҙың әкиәттәре һәм легендалары айырым урын биләй. Улар аша беҙ башҡорттарҙың тормошо, көнкүреше һәм йолалары менән танышабыҙ.
«Минең Өфөм». Авторҙары – Зөлфиә Ҡарабаева, Олия Ғиләжетдинова.
Баш ҡаланың юбилейына сығарылған бүләк комплекты. Унда ҡаланың иң матур һәм иҫтәлекле урындары хаҡында бәйән иткән биш китап, карта һәм буклет тупланған.
Мәҫәлән, «Музейҙар» китабы Өфө музейҙарының тарихы, уларҙың экспонаттары, шулай уҡ лимонарий, ботаника баҡсаһы, планетарий кеүек үҙенсәлекле урындар хаҡында бәйән итә.
Материалдар БР «Башҡортостан Республикаһы» нәшриәт йорто ДУП-ы редакцияһы тарафынан әҙерләнде. Мәҡәләләр буйынса тәҡдимдәрегеҙҙе sokolov.e@rbsmi.ru адресы йәки (347) 272-92-61 телефоны аша еткерә алаһығыҙ.