Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2024, 14:00

Һеҙҙең менән донъя йәмле!

Стәрлетамаҡтың иң өлгөлө ғаиләләренең береһе, ҡалабыҙҙа (Стәрлетамаҡ районы Загородный ҡасабаһында) йәшәүсе Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы һәм Мозафар Расфар улы Йәғәфәровтарҙың ғаиләһендә оло байрам. Алтын көҙҙөң октябрь-ноябрь айҙары уларҙың икеһенә лә матур юбилей – 70 йәшлек ғүмер байрамдарын алып килде.

Һеҙҙең менән донъя йәмле!Һеҙҙең менән донъя йәмле!
Һеҙҙең менән донъя йәмле!

Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы Ҡариҙел районы Сөләймән ауылында тыуып үҫкән, Мозафар Расфар улы – Ғафури районы Ҡурғашлы ауылынан. Армия хеҙмәтенән ҡайтҡан егетте һәм төҙөүселәр тресында эшләүсе һылыу ҡыҙҙы Стәрлетамаҡ ҡалаһы осраштыра-таныштыра. 1977 йылда йәштәр сәстәрен сәскә бәйләп, татыу ғаилә ҡора. Ауылда егәрле ишле ғаиләләрҙә үҫкән Әлфиә еңгәбеҙ менән Мозафар ағайыбыҙ хаҡлы ялға сыҡҡансы ҡала ойошмаларында тырышып хеҙмәт итә, уңыштарға өлгәшеп, Маҡтау ҡағыҙҙары, иҫтәлекле бүләктәргә лайыҡ булалар. Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы оҙаҡ йылдар 10-сы йорттарҙы эксплаутациялау идаралығында мастер булып эшләһә, Мозафар Расфар улы ҡаланың “Красный пролетарий”, “Водоканал” ойошмаларында баш энергетик кеүек яуаплы вазифаларҙы биләй.

Татыулыҡҡа һәм бер-береңә ҡарата ихтирамға ҡоролған-мөхәббәтле ғаиләлә аҡыллы, тырыш ике ул тыуып, буй еткереп, ир ҡорона етте. Бөгөнгө көндә оло улдары Азат – юғары белемле белгес, “Башкиравтодор” акционер ойошмаһында баш энерге-тик булып уңышлы эшләп йөрөй. Кесе улдары Айрат педагогия институты-ның физика-математика фа-культетын тамамлап, шәхси эшҡыуарлыҡ менән һөҙөм-тәле шөғөлләнә. Икеһе лә ата-әсәһе өлгөһөндә матур ғаилә ҡора. Мозафар Расфар улы һәм Әлфиә Сәлихйән ҡыҙы бөгөнгө көндә өс ейән, ике ейәнсәрҙең яратҡан олатай-оләсәйе.

Беҙҙең ҡәҙерле туғандарыбыҙҙы күркәм юбилейҙары менән ихлас тәбрикләйбеҙ. Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, балаларығыҙҙың игелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Мозафар ағай һәм Әлфиә еңгә, һеҙ булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле. Хоҙай үҙегеҙҙе сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын.

Барлыҡ яҡындары-дуҫтары, балалары.

Автор:
Читайте нас