Белеүегеҙсә, ағымдағы йылда беҙ Ҡала көнөн үткәреүҙән баш тарттыҡ, һәм барлыҡ аҡса сараһы егеттәребеҙ өсөн кәрәкле әйберҙәр һатып алыуға йүнәлтелде. Тап ошо мәсьәлә - бөгөнгө көндә иң мөһиме. Алғы һыҙыҡта хеҙмәт итеүселәр нимәгә айырыуса мохтаж булыуын егеттәребеҙҙең үҙҙәре генә белә һәм аңлай. Гуманитар ярҙамды һәр саҡ яугирҙәребеҙ талаптарын иҫәпкә алып туплайбыҙ. Был процесс та ярайһы уҡ шаҡтай күп ваҡыт һәм көс талап итә.
Егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла ҙур рәхмәт белдерәм. Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!
Мәғлүмәт һәм фото ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәновтың “Бәйләнештә” селтәренән алынды.