“Атайсал” мәҙәни үҙәгенең концерт залында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башланғысы менән ойошторолған Йәштәр йылына йомғаҡ яһау буйынса тантаналы сара уҙҙы. Уның барышында мөһим сараларҙы ойоштороуҙа һәм яҡтыртыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны, башҡорт халҡының мәҙәни мираҫын һаҡлау, популярлаштырыу эшенә ҙур өлөш индергәне өсөн республика райондары һәм ҡалалары бүләкләнде.
Ҡала округтары хакимиәттәре һәм ҡала ҡоролтайҙары араһында еңеүселәр:
1-се урын – Сибай ҡалаһы,
2-се урын – Стәрлетамаҡ ҡалаһы,
3-сө урын – Нефтекама ҡалаһы.
Ошо уҡ сарала ҡаланың "Башҡорт йәштәре" йәмәғәт ойошмаhы ағзалары:Ноғоманова Гөлфиә Илгиз ҡыҙына һәм Аҡсулпанова Рәйсә Кинйәбай ҡыҙына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыуҙа, Йәштәр йылы сиктәрендә әүҙем эшмәкәрлектәре өсөн рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡотлайбыҙ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!