Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һәм уның урынбаҫары Илдар Ғарифуллин Киров паркындағы төҙөкләндереү эштәре барышын тикшерҙе. Белеүебеҙсә, бында фонтан тулыһынса алмаштырыласаҡ, шулай уҡ йәйәүлеләр юлдары, балалар майҙансығы һәм башҡа объекттар яңыртыласаҡ.
Эмиль Шәймәрҙәнов әйтеүенсә, эштәр графикка ярашлы алып барыла. Хәҙер эшселәр брусчатка һала. Сәғәт (Часовня) монтажланған. Шулай ҙа, ҡала мэры хәбәр итеүенсә, һауа шарттары насарайыу сәбәпле, эштәрҙең бер өлөшө 2025 йылдың яҙына күсерелә.
Р.ҒӘЛИМОВА.
Фото: ҡала башлығы сәхифәһенән алынды.