– Әлеге ярҙам сараһы студент ҡыҙҙарға тәүге тыуым йәшен кәметергә һәм демографияны яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк, – тине М.Аҡмулла исемендәге БДПУ ректоры, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Салауат Сәғитов.
“Студент ғаиләләренә ярҙам итеү Рәсәй Федерацияһының башҡа төбәктәренән мәктәп уҡыусыларын ҡыҙыҡһындырырға булышлыҡ иткән тәҡдимдәрҙең береһе булыр ине”, – тип билдәләне парламентарий.
Бынан алда Республика Хеҙмәт министрлығында тыуымдың дөйөм коэффициент үҫеше тураһында иғлан иттеләр. Әйткәндәй, төбәктә лә, ил кимәлендә лә был мәсьәлә бөгөнгө көндә айырыуса иғтибар талап итә. Башҡоростанда демографияны үҫтереү буйынса ҙур программа тормошҡа ашырыла. Шул иҫәптән “Демография” милли проекты сиктәрендә лә.
Ә.МАНСУРОВА.