Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
18 Ноябрь 2024, 11:15

Республика халҡы йәнә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотторған

Республика Эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыу факты буйынса 27 хәбәр булған, шул иҫәптән Стәрлетамаҡ ҡалһында ла.

Республика халҡы йәнә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотторғанРеспублика халҡы йәнә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотторған
Республика халҡы йәнә мутлашыусыларға 13 миллион һумдан ашыу аҡса тотторған

Мутлашыусылар ҡорбандарын суд органдарының рәсми сайттарында буласаҡ суд ултырыштары көнө, ваҡыты һәм ҡатнашыусылары тураһында мәғлүмәтте файҙаланып эҙләй.

Стәрлетамаҡта йәшәүсе 32 йәшлек ир кешегә йәнәһе лә уның суд тикшереүе барған судтан шылтыраталар һәм уның дәғүәһе буйынса тыңлау датаһы күсерелеү тураһында хәбәр итәләр. Бер ни ҙә абайламаған ир тейешле заявканы теркәү өсөн смс-хәбәрҙә килгән кодты әйтә.

Артабан эшкә енәйәт схемаһының сираттағы ҡатнашыусылары ҡушыла, улар үҙҙәрен “Дәүләт хеҙмәттәре” һәм "Росфинмониторинг” хеҙмәткәрҙәре тип таныштыра. Әңгәмәләшеү ваҡытында улар иргә мутлашыусылар менән эш итеүе хаҡында әйтә һәм 530 мең һум кредит сараһын банк иҫәбенән банкомат аша алырға һәм “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Октябрьский ҡалаһы буйынса бүлегенә 67 йәшлек ир мөрәжәғәт итә. Пенсионерға ул үҙе элек хеҙмәткәр булған компанияның “элекке етәксеһе” шылтырата. “Директор” мәғлүмәттәрҙең ситкә сығыуы һәм тиҙ арала хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре ир менән бәйләнешкә инәсәге тураһында хәбәр итә. Артабан бер-бер артлы федераль именлек хеҙмәте һәм банктың ялған хеҙмәткәрҙәре шылтырата башлай, улар, теләмәгән операцияны туҡтатыу һылтауы менән, ғариза биреүсене булған аҡсаны “хәүефһеҙ иҫәпкә” күсерергә күндерә. Гражданин “Белгестәргә” ышанып, мутлашыусыларға 2 миллион һум самаһы аҡса күсерә. Аҡса мутлашыусылар иҫәбенә күсеүен аңлағас, зыян күреүсе полицияға мөрәжәғәт итә.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлегенә ҡала предприятиеларының береһендә эшләгән 51 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Ҡатынға билдәһеҙ кеше шылтырата, ул үҙен кәрәҙле бәйләнеш компанияһы хеҙмәткәре, тип таныштыра. Таныш булмаған кеше ғариза биреүсегә кәрәҙле элемтә хеҙмәттәре килешеүен оҙайтыу кәрәклеге тураһында аңлата һәм паспорт мәғлүмәттәрен хәбәр итеүен һорай. Ҡатын уның ҡушҡанын үтәй. Бынан һуң ҡатынға банк хеҙмәткәре шылтыратып, уның исеменә сит кешеләрҙең кредит алырға маташыуы тураһында хәбәр итә. Үҙ аҡсаһын һаҡлау өсөн уларҙы “хәүефһеҙ иҫәбенә” күсереү кәрәклеген белдерәләр. Мутлашыусыларҙың күрһәтмәләрен үтәп, ҡатын 1,5 миллион һумға яҡын кредит ала һәм аҡсаны уларға ебәрә.

62 йәшлек пенсионер ҡатын Туймазы районы полицияһына мөрәжәғәт итеп, мутлашыусыларҙың хәйләһенә эләгеүе хаҡында һөйләй. Ғариза биреүсегә билдәһеҙ ир шылтырата һәм үҙен брокер компанияһы хеҙмәткәре тип таныштыра. Әңгәмәсе акциялар һатып алыу һәм һатыу юлы менән аҡса эшләргә тәҡдим итә, шул уҡ ваҡытта яҡшы эш хаҡы вәғәҙәләй. “Уҡытыусы” күберәк файҙа алыу өсөн күберәк аҡса һалырға өгөтләй. Мутлашыусыға ышанып, ҡатын бер миллион һумдан ашыу инвестиция һала, әммә дивидендтар алмай.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫегеҙгә төшөрә: уяу булығыҙ! Әгәр һеҙгә ҡарата законһыҙ ғәмәлдәр башҡарыу тураһында шикле шылтыратыу килһә, һөйләшеүҙе туҡтатырға кәңәш ителә. Аҡсағыҙҙы хәүефһеҙ иҫәпкә күсермәгеҙ, таныш булмаған кешеләргә телефон аша үҙегеҙҙең шәхси мәғлүмәттәрегеҙҙе, шулай уҡ банк реквизиттарын, телефонға килгән смс-кодтарҙы хәбәр итмәгеҙ, таныш булмаған кешеләрҙең тәҡдимдәре буйынса телефонығыҙға билдәһеҙ ҡушымталар ҡуймағыҙ. Билдәһеҙ реквизиттар буйынса аҡса күсергәндә уяулыҡ һаҡлағыҙ, тикшерелгән сайттарҙан ғына файҙаланығыҙ.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас