Бүлекте асыу тантанаһында Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Колопроктология буйынса милли медицина тикшеренеү үҙәгенең ғилми етәксеһе Юрий Шелыгин, Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов, Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Роберт Иштуҡов, дауахананың баш табибы Илшат Яппаров һәм башҡа мәртәбәле ҡунаҡтар ҡатнашты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында колопроктология бүлеген асыу, ҡала халҡы, шулай уҡ яҡын-тирәлә урынлашҡан ҡала һәм район халҡы өсөн ошо өлкәлә махсуслаштырылған медицина ярҙамы ҡулайлығын арттырыу мөмкинлеге бирә.
Мәғлүмәт һәм фото асыҡ сығанаҡтарҙан.