Ҡыҙ әхирәте менән аралашыуҙан туҡтағандан һуң, уны тиҫтерҙәре ағыулай башлай — туҡмай, төкөрә. Мәктәп уҡыусыһы үҙен яҡларға тырыша, әммә уҡытыусыларға буллинг тураһында әйтмәй.
Видео интернет селтәрендә таралғандан һуң ғына барыһыла был һәл тураһында белеп ҡала. Быға тиклем ҡыҙ буллинг тураһында бер кемгә лә әйтмәй.
-Был егет мин уны мәңге мыҫҡыл итәм тип әйтә. Ул һәр ваҡыт беренсе булып башланы, ә мин тик яуап бирҙем. - тип һөйләне ҡыҙ.
Свердловск өлкәһе буйынса тәфтиш комитеты ваҡиға сәбәптәре һәм зыян күреүсенең һаулығы хаҡында тикшереүҙе башлаған. Йәш кешенең ғәмәлдәре Рәсәй Федерацияһы кодексының 213-сө статьяһына эләгә.
Тулы видеояҙманы беҙҙең Телеграмм каналында ҡарағыҙ: https://t.me/strbash