- һүндерелмәгән тәмәке төпсөгөн ташламағыҙ;
- ятҡан урында тәмәке тартмағыҙ;
- тәрән көл һауыттарын ҡулланығыҙ, тәмәке төпсөгө һауытын ваҡытында таҙартып тороғоҙ;
- янғынды иҫкәртеүсе ҡоролма ҡуйығыҙ, ул төтөн сыҡҡан осраҡта ҡысҡырып хәбәр итер;
- янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәгеҙ.
Янғындар буйынса ваҡиғаларға күҙ һалһаң, көн дә утта кеше ғүмерҙәре өҙөлөүе тураһында хәбәргә ирекһеҙҙән юлығаһың. Ә бит һәр осраҡ артында юғалтыуҙар, үлем, ҡайғы-хәсрәт, матди зыян тора. Аңһыҙ үлемгә илткән осраҡтарҙың күбеһендә кеше үҙе ғәйепле. Ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәйбеҙ. Янғын бик ҡурҡыныс хәл. Урамда тороп ҡалыу, ғүмер буйы йыйған мөлкәтеңдән ҡолаҡ ҡағыу уйын эш түгел, ул да ҙур юғалтыу. Ә бына кеше ғүмерен ҡайтарыу мөмкин түгел.
Шуға ла боҙоҡ электр ҡорамалдарын файҙаланмағыҙ, насар хәлдәге мейесте ҡулланмағыҙ, түшәктә тәмәке тартмағыҙ. Өлкән быуын һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе, балаларҙы яңғыҙҙарын өйҙә ҡалдырмағыҙ.
Әгәр янғын сығанағы күрһәгеҙ, ашығыс рәүештә 112 номеры буйынса шылтыратығыҙ!