Ашҡаҙар
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь , 12:20

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала

Башҡортостанда Әсәйҙәр көнө алдынан Ҡатын-ҡыҙ һаулығы аҙналығы башланды. Уның сиктәрендә республикала йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала, тип хәбәр иттеләр республика йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәгенән.

Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала
Башҡортостанда ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтә ала

18-23 ноябрҙә ҡатын-ҡыҙҙар бушлай медицина тикшереүен үтергә һәм терапевт, гинеколог, эндокринолог, маммолог, дерматолог, психолог консультацияһын алырға мөмкин.  

Республика медицина-генетика үҙәге, онкология диспансеры, перинаталь үҙәк табиптары Белорет, Бөрө, Дүртөйлө, Сибай, Күмертауҙың район һәм ҡала дауаханаларында күсмә консультациялар үткәрә.

Табиптарҙың эш графигы менән бында танышырға мөмкин.

 

https://bash.bashinform.ru/news/social/2024-11-19/bash-ortostanda-atyn-y-ar-bushlay-meditsina-tikshere-en-terg-m-mkin-4014525

 

Автор:
Читайте нас: