Иҫегеҙҙә тотоғоҙ!
- Бер ҡасан да “Дәүләт хеҙмәттәре” порталындағы шәхси мәғлүмәтегеҙҙе, SMS менән ебәрелгән кодты сит кешеләргә хәбәр итмәгеҙ! Был һеҙҙең шәхси һәм конфиденциаль мәғлүмәт.
- Әгәр һеҙгә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, ниндәйҙер отош йәки премиялар алыу тәҡдим итәләр икән, ышанмағыҙ! Был һеҙҙең шәхси мәғлүмәтегеҙҙе белер өсөн эшләнә.
- Әгәр һеҙгә кемдер тиҙ арала шаҡтай ҙур табыш алыуҙы тәҡдим итһә, уйланырға урын бар.
- Билдәһеҙ шәхестәрҙән килгән һылтанмалар буйынса күсмәгеҙ. Ҡабаланмағыҙ һәм һәр ваҡыт мәғлүмәтте ҡат-ҡат ышаныслы сығанаҡтарҙан ғына тикшерегеҙ.
Яҡындарығыҙ һәм коллегаларығыҙ менән даими бәйләнештә булығыҙ.
Бөтә төр мутлашыу факттары буйынса яҡында урынлашҡан полиция бүлегенә йәки “102” номер буйынса хәбәр итегеҙ.