Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2024, 09:46

Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов Һалым органдары хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары уңайынан ҡотланы.

Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнөҺалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө
Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө

- Хөрмәтле һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары, һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй Федерацияһы Һалым органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым!

- Һеҙҙең көндәлек хеҙмәтегеҙ, яуаплылығығыҙ һәм һөнәри оҫталығығыҙ ҡалабыҙ, республикабыҙ һәм илебеҙҙең тотороҡло иҡтисади үҫеш нигеҙе булып тора. Федераль һалым хеҙмәте мөһим дәүләт структураһы булараҡ 33 йыл эсендә танылыу яулап өлгөрҙө – бөгөн бөтә кимәлдәге бюджеттарҙың тулыланыуы һәм йәшәү рәүешебеҙҙең сифаты уның эшмәкәрлегенә бәйле, - тип билдәләне Эмиль Владиславович.

“Һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем. Байрам менән!”.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас