Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
21 Ноябрь 2024, 08:08

Мутлашыусылар Ишембай районында йәшәүсе пенсионерҙы 5 миллион һумға алдаған

Петровское ҡасабаһында йәшәүсе 71 йәшлек иргә билдәһеҙ номерҙан шылтыратып, үҙҙәрен электр энергия һатыусы компания хеҙмәткәре тип таныштыралар. Мәғлүмәтте автоматик рәүештә тапшырыу өсөн модулле электр счетчигын урынлаштырыу кәрәклеген белдерә “белгес”. Мутлашыусылар шулай уҡ ғаризаны “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша тапшырырға мөмкин булыуын, бының өсөн смс-хәбәр аша килгән кодты әйтергә кәрәклеген ышандыра. Ир бер хәйлә лә һиҙмәй уларға кодты әйтә. Шулай уҡ һөйләшкән арала “белгес” зыян күреүсенең иҫәбендә күпме аҡсаһы барлығы, уны ҡайҙа һаҡлауы тураһында ҡыҙыҡһына. Шул ваҡытта пенсонер мулашыусылар менән аралашыуын аңлап ҡала.

Мутлашыусылар Ишембай районында йәшәүсе пенсионерҙы 5 миллион һумға алдағанМутлашыусылар Ишембай районында йәшәүсе пенсионерҙы 5 миллион һумға алдаған
Мутлашыусылар Ишембай районында йәшәүсе пенсионерҙы 5 миллион һумға алдаған

Кисен уға йәнәһе лә “Дәүләт хеҙмәттәре”нән сит кешеләр уның аккаунтына инеүҙәре тураһында смс-хәбәр килә. Пенсионер смс-хәбәрҙә булған номер буйынса шылтырата. Телефондың теге осонда шәхси мәғлүмәттәрҙе яҡлау буйынса идаралыҡтың баш белгесе тип таныштыралар. Мутлашыусылар ирҙең аҡсаһы барлығын белгәс, уны “хәүефһеҙ” иҫәпкә күсерергә күндерә. Операцияларҙың береһен банк туҡтата, әммә улар икенсе иҫәп булдыра. Күсерә торғас пенсионерҙың оҙаҡ йылдар йыйылған 2 миллион һум аҡсаһы юҡҡа сыға.

Артабанғы шылтыратыуҙарында енәйәтселәр ирҙе машинаһын һатырға өгөтләй. Шул саҡта ғына аҡсаһы арта һәм яңы машина һатып алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк, тип ышандыра. Пенсионер уларға йәнә ышанып, “хәүефһеҙ” иҫәпкә 1,5 миллион һум күләмендә машина аҡсаһын да күсерә. Шулай уҡ ул ҡатынына да аҡса һорай һәм мутлашыусыларға тоттора. Дөйөм алғанда, Ишембай районында йәшәүсе пенсонер енәйәтселәргә яҡынса 5 миллион һум аҡса күсергән.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: бер ҡасан да таныш булмаған кешеләргә SMS менән ебәрелгән кодты хәбәр итмәгеҙ! Мутлашыусылар төрлө ойошмаларҙың, шул иҫәптән Дәүләт хеҙмәттәре, Үҙәк банк, ФСБ һәм башҡаларҙың хеҙмәткәрҙәре булып, һеҙҙең мәғлүмәттәрегеҙҙе һорауҙары мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бер учреждение ла һеҙҙән таныш булмаған иҫәптәргә аҡса күсереүҙе талап итмәйәсәк.

Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас