Киҙеү мәлендә танауға оксолин майы һөртөп йөрөргә кәрәклеген барыһы ла беләлер, моғайын. Ул вирустарҙан һаҡлай, сирҙе иҫкәртә.
Әгәр ҡан баҫымы юғары булмаһа, бронхит, астма менән йонсоғандарға түбәндәге ысул һәйбәт булыр: мунса ингәндә таста тоҙҙо иретергә һәм эҫе ташҡа һибеп, ләүкәлә бер аҙ ултырып торорға. Тын алыуҙары иркенәйеп, йүтәл йомшарып китә. Үҙенә күрә «тоҙло шахта» була.
Өшөп ҡайтып ингәндә аяҡтарҙы йылынғансы эҫе һыуҙа тотоу ҙа бик яҡшы ысул. Аҙаҡ ҡоротҡансы һөртөргә онотмағыҙ. Шулай уҡ табандарға ҡоро горчичник һалып йөрөү ҙә килешә.
Вирустарҙы организмда үрсетергә түгел. Бының өсөн ни эшләргә? Вирустар юғары температураны яратмай, шунлыҡтан һалҡын тейеүҙең тәүге билдәләре беленгәс тә танау тирәһен, маңлайҙы, тамаҡты йылытырға кәрәк, аяҡ табандарын йылытыу ҙа файҙалы.
Сәләмәт булайыҡ, дуҫтар!