Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 08:29

БӨРКӨТ

Тыуған яғым – мәғрүр тауҙар,Таш ҡалҡандар төбәге.Сал тауҙарҙың иңрәүенәнАй, өҙөлә үҙәгем.

Бөтөрҙөкмө бөркөттәрҙе? –
Шуға ҡайнай һарыуым.
Уҡты күктәргә күтәргән
Ҡайҙа бөркөт ҡаурыйы?
Ҡайҙа ҡыйыу бөркөтсөләр
Бүрегә һунар ҡорған?
Нимә уйлап, кемдең ҡулы
Бөркөттөң йәнен ҡыйған?
Тауҙарымдың йәме ине
Саңҡ-саңҡ иткән бөркөтө.
Бөркөт түгел, рухыбыҙҙы
Ебәрҙекме өркөтөп?
Оран сөйөр ғорур ҡошто
Һаҡлай алманыҡ ниңә?
...Бөркөт саңҡыуын һағынып,
Сал Урал тауы иңрәй...

Фәнүзә ЗӨЛҠӘРНӘЕВА-НӘБИУЛЛИНА.

 

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас