Башҡортостан Республикаһы эске эштәр органдарының дежур бүлектәренә мутлашыу факттары буйынса 23 хәбәр булған.
Бәләбәй районы буйынса полиция бүлегенә 52 йәшлек шәхси эшҡыуар мөрәжәғәт итә. Мессенджерҙарҙың береһендәге иргә билдәһеҙ кешенән хәбәр килә. Әңгәмәсе үҙен «Билайн» кәрәҙле элемтә операторы итеп таныштыра һәм сим-картаның ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланыуы тураһында хәбәр итә. Ялған оператор килешеүҙе рәсмиләштереү өсөн ярҙам тәҡдим итә һәм ирҙән килгән смс-кодтарҙы хәбәр итеүен һорай, һәм ул шулай эшләй. Икенсе көндө эшҡыуарға банктан хәбәр килә, унда банк иҫәбен блокировкалау тураһында һүҙ бара. Банк бүлексәһенә шәхсән мөрәжәғәт итеп, енәйәтсенең ғариза биреүсе исеменә 1,5 миллион һумдан ашыу суммаға кредит алыуҙары асыҡлана.
Өфөләге 8-се полиция бүлегенә 74 йәшлек ҡатын ғариза менән мөрәжәғәт итә. Пенсионер ҡатын менән “пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре” бәйләнешкә инә һәм әңгәмәсе ҡатынға пенсияны ҡайтанан иҫәпләргә кәрәклеген белдерә һәм белгескә ҡабул итеүгә яҙылыуҙа ярҙам тәҡдим итә. Мутлашыусының күрһәтмәләренә ярашлы, ҡатын кәрәкле мәғлүмәттәр тапшыра. Әммә тиҙҙән үҙҙәрен банк хеҙмәткәрҙәре булараҡ танытҡан мутлашыусылар йәнә шылтырата. Улар ҡорбанына енәйәтселәр уның шәхси мәғлүмәттәренә эйә булыуы һәм кредит юлларға маташыуы тураһында һөйләй. Ялған банк хеҙмәткәрҙәре пенсионерға операцияларҙы булдырмау өсөн «ҡаршы» кредит алырға кәңәш итә. Мутлашыусыларға ышанып, ҡатын займ ала һәм уғрылар биргән «хәүефһеҙ иҫәпкә» 1,5 миллион һум самаһы аҡса һала.
Таныш булмаған кешеләрҙең билдәһеҙ иҫәптәренә аҡса күсермәгеҙ, был йыш ҡына күңелһеҙ эҙемтәләргә, атап әйткәндә, ҙур бурыстарға һәм шәхси тупланмаларҙы юғалтыуға килтерә. Шәхси һәм банк мәғлүмәттәрен сит кешеләргә еткерергә, шулай уҡ смс-хәбәрҙә килгән кодты бер кемгә лә әйтергә ярамай. Хатта банк хеҙмәткәрҙенә ҙәм полиция начальнигына ла! Әгәр мутлашыусылар шылтыратһа, телефонды һүндерегеҙ, улар менән бәйләнешкә инмәгеҙ. Шикләнһәгеҙ, мотлаҡ яҡындарығыҙға, туғандарығыҙға шылтыратып кәңәшләшегеҙ. Шулай итеп, һеҙ үҙегеҙҙе һәм мөлкәтегеҙҙе һаҡлап ҡала алаһығыҙ.
БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.