Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 11:44

Республикабыҙҙың медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды

Бөгөн Өфөлә республиканың медицина учреждениеларына “Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” Маҡтаулы исемдәре тапшырылды. Наградаларҙы тапшырыу “Ғаилә һаулығы иғтибар үҙәгендә” Төбәк-ара конференцияһында үтте.

Республикабыҙҙың  медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылдыРеспубликабыҙҙың  медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды
Республикабыҙҙың медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды

Бүләкләнеүселәр араһында Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы ла бар, атап әйткәндә перинаталь үҙәк һәм 1 һанлы ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы.

“Асыҡ бала табыу йорто” һәм “Хәстәрлекле ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы” дәрәжәләрен бөтә медицина учреждениелары ла ала алмай, ә билдәле критерийҙарға тап килгәндәре генә. Был ҡатын-ҡыҙға үткәреләсәк бөтә төр медицина манипуляциялары тураһында мәғлүмәт еткереү, медицина персоналының мәрхәмәтле мөнәсәбәте, асыҡ ишектәр көнө үткәреү һ.б.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се клиник дауаханаһы мәғлүмәте буйынса.

Республикабыҙҙың  медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды
Республикабыҙҙың  медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды
Республикабыҙҙың медицина учреждениеларына Маҡтаулы исемдәр тапшырылды
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас