Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
22 Ноябрь 2024, 05:10

Ҡышҡыһын автомобиль менән алыҫ сәфәргә сығыу өсөн нисек әҙерләнергә?

 Һыуыҡ көндәрҙә өйҙә ҡалыу хәүефһеҙерәк. Әммә алыҫ юлға сығырға тура килһә, яҡшылап әҙерләнегеҙ.

Ҡышҡыһын автомобиль менән алыҫ сәфәргә сығыу өсөн нисек әҙерләнергә?Ҡышҡыһын автомобиль менән алыҫ сәфәргә сығыу өсөн нисек әҙерләнергә?
Ҡышҡыһын автомобиль менән алыҫ сәфәргә сығыу өсөн нисек әҙерләнергә?

1.Түбәндәгеләрҙе тикшерегеҙ:

- двигатель, аккумулятор, тәҙрә һепергестәр, һыуытыу һәм йылытыу системалары эшен;
- тәгәрмәстәр һәм йоҙаҡтар торошон;
- май, яғыулыҡ һәм быяла йыуыусы шыйыҡсаның кимәлен.

2. Үҙегеҙ менән яғыулыҡ ҡойолған канистра, көрәк, ҡышҡы быяла йыуыу шыйыҡсаһы алығыҙ.

3. Аптечка, ҡайнар сәй менән термос, оҙаҡ һаҡланырҙай ризыҡ, йылы әйберҙәр, одеял әҙерләгеҙ. Әйберҙәр бөтә пассажирҙарға ла етерлек булһын.


???? Юлда машина һүнһә, нимә эшләргә?

▫ Ғәҙәттән тыш хәлдәр хеҙмәтенең 112 берҙәм номерына шылтыратығыҙ;

▫ яҡындарығыҙға туҡтаған урынығыҙ тураһында хәбәр итегеҙ. Мөмкин булһа, геолокация ебәрегеҙ;

▫ йылы кейемегеҙҙе кейегеҙ һәм йылылыҡ машинанан китмәһен өсөн тәҙрәләрен одеялдар менән ҡаплағыҙ;

▫ эҫе сәй эсегеҙ.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас