Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2024, 05:04

Эмиль Шәймәрҙәнов хәрби махсус операция зонаһына гуманитар конвой менән барҙы

"Улар үҙ маҡсаттарын яҡшы аңлай, кәйефтәре еңеүгә ышаныс уята."

«Стәрлетамаҡтан гуманитар конвой ебәрелде. Иң күләмле ярҙамдарҙың береһе 6 мең саҡрым үтте. Ярҙам тулы өс фура ине, ә был 60 тоннанан күберәк. Беҙ башта Курск өлкәһенә барҙыҡ, унда беҙҙең егеттәр территорияларҙы яҡлай. Һуңынан хәрби махсус операция зонаһына юлландыҡ.

Йөк тейәү пункттары бер нисә булды. Һәр береһендә яҡташтарыбыҙ ҡаршы алды. Улар менән аралашып, ысын рух һәм тыуған илгә һөйөү нимә икәнлеген аңлап була. Унда барыһы ла артыҡ һүҙһеҙ күренә.

Беҙ кәрәкле әйберҙәр - дрондар, генераторҙар һәм техника килтерҙек. Һорағандарын, һатып алдыҡ. Башҡорт сода компанияһына, халҡыбыҙға, гуманитар конвой ойоштороуҙа ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт.

Егеттәребеҙ бөтәһенә лә сәләм ебәрә. Улар үҙ маҡсаттарын яҡшы аңлай, кәйефтәре еңеүгә ышаныс уята.” -  тип яҙҙы был турала үҙенең социаль селтәрендә  Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов.

 

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас