Күптән түгел ҡала хакимиәте Стәрлетамаҡ ҡалаһының ветерандар ойошмаһы менән берлектә, МХО зонаһына гуманитанитар ярҙам, шулай уҡ шәхси посылкалар ебәрҙе. МХОла ҡатнашыусылар өсөн был посылкалар “Ватан” хәрби-патриотик ойошмаһы (Шайморатов урамы, 4) базаһында ҡабул ителде. Сарала гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә актив ҡатнашыусыларға рәхмәт хаттары, грамоталар тапшырылды.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Павел Шорохов:
- Был юлы ҙур гуманитар конвой, Курс өлкәһенә, беҙ бығаса булмаған яҡҡа ебәреләсәк. МХОла ҡатнашыусы яугирҙәребеҙгә ярҙам күрһәтеүҙә кем күпме өлөш индереүенә ҡарамаҫтан, һәр кемегеҙҙең ярҙамы мөһим һәм ҡәҙерле. Барығыҙға гражданлыҡ позицияғыҙ һәм ярҙамығыҙ өсөн ҙур рәхмәт! Ысынын әйткәндә, һеҙҙең кеүектәр бик аҙ.
Набат Ветерандар Хәрәкәте етәксеһе Илдус Мәннәпов:
- Барығыҙға ярҙам, дәрт һәм заряд өсөн ҙур рәхмәт. Сөнки еңеү тыл ярҙамы менән яулана. Шуның өсөн әлеге мәлдә һеҙҙең бында булыуығыҙ бик мөһим. Беҙҙең һалдаттарға әлеге ваҡытта һыу, мейестәр, генераторҙар, техника, юғары үтеүсәнлектәге автомобилдәр, квадрокоптерҙар, тепловизорҙар һәм башҡа күп әйберҙәр бик ныҡ кәрәк. Уларҙың позициялары үҙгәрә, әгәр элек бер урында ғына булһалар кәрәкле бөтә әйберҙәр бар ине, хәҙер инде әүҙем фаза һәм хәрәкәт башланды, шуға күрә йәшәү өсөн кәрәкле әйберҙәр ебәреп тороу бик мөһим. Яугирҙәребеҙгә ирекмәндәрҙән һәм битараф булмаған һәр кемдән сәләм тапшырырбыҙ. Уларҙың мотлаҡ тере ҡайтыуын теләйбеҙ, ә еңеү беҙҙең ҡулда буласаҡ.
Гүзәл РӘМИЕВА
Автор фотолары