Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2024, 05:55

Бер аҙна эсендә Стәрлетамаҡта дүрт дистанцион мутлашыу факты теркәлгән

Бер аҙна эсендә Стәрлетамаҡта мутлашыусылар уҡытыусыны, завод һәм «Стәрлетамаҡ-Арена» хеҙмәткәрҙәрен алдаған.

Бер аҙна эсендә Стәрлетамаҡта дүрт дистанцион мутлашыу факты теркәлгәнБер аҙна эсендә Стәрлетамаҡта дүрт дистанцион мутлашыу факты теркәлгән
Бер аҙна эсендә Стәрлетамаҡта дүрт дистанцион мутлашыу факты теркәлгән

Стәрлетамаҡта уҙған аҙна эсендә Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре граждандарҙан 1118 мөрәжәғәт алған, 21 мөрәжәғәт буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Эске эштәр министрлығы ҡала идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников һүҙҙәре буйынса, бер аҙнала дүрт дистанцион мутлашыу факты теркәлгән. Зыяндың дөйөм суммаһы - 1 604 951 һум тәшкил итә. Алданыусылар араһында 35 һанлы мәктәп уҡытыусыһы, үҙмәшғүл гражданин, «СНХЗ» йәмғиәте аппаратсыһы һәм «Стәрлетамаҡ-Арена» хеҙмәткәре.

Шулай уҡ бер аҙнала Стәрлетамаҡта кеше мөлкәтен урлау - 14, тән йәрәхәттәре килтереү - 22, ғаиләлә ғауға ҡуптарыу буйынса 68 факт теркәлгән. Наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлаған һәм һатҡан өсөн биш кеше ҡулға алынған. Йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн 12, иҫерек килеш йөрөгән өсөн 33, бәләкәй хулиганлыҡ өсөн 22 административ эш теркәлгән.

 

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас