Ашҡаҙар
-9 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь , 15:55

Берәҙәк эттәрҙе аулайһы урынға, бюджет аҡсаһын урлайҙар

Иглин районында прокурор тикшереүе материалдары буйынса берәҙәк эттәрҙе аулау сараларын ойошторғанда мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Берәҙәк эттәрҙе аулайһы урынға, бюджет аҡсаһын урлайҙар
Берәҙәк эттәрҙе аулайһы урынға, бюджет аҡсаһын урлайҙар

Иглин районы прокуратураһы бюджет ҡануниәтен үтәүгә тикшереү үткәргән.

2022-2023 йылдарҙа район хакимиәте һәм ике эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге субъекттары араһында берәҙәк эттәргә кәрәкле ветеринар-санитария саралары үткәреү буйынса муниципаль контракттар төҙөлә. Әммә, ысынбарлыҡта, хеҙмәттәр күрһәтелмәй, ә муниципалитетҡа ялған мәғлүмәт тапшырыла. Шулай итеп, бюджетҡа 1,3 миллион һумлыҡ дөйөм суммаға зыян килтерелә. Ошо рәүешле, район прокуратураһы енәйәт эҙәрлекләүе мәсьәләһен хәл итеү маҡсатында, алдан тикшереү органдарына материалдар ебәрә. Уларҙы тикшереү һөҙөмтәһендә РФ Енәйәттәр кодексы 159 статьяһының 3, 4 өлөштәре (мутлашыу) буйынса енәйәт эше һуҙғатыла, тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: