Прокуратурала хәбәр итеүҙәренсә, 2021 йылдың октябрендә “Лация” һәм “Гранит” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәттәре етәкселәре Рәсәй Пенсия фонды менән Аэровокзал урамында урынлашҡан бинаға аренда килешеүе төҙөй.
Ноябрь айында бүлектең күсеп китеү ихтималлығы билдәле була. Ҡулай арендатор һәм тотороҡло килемде ҡулдан ысҡындырмаҫ өсөн эшҡыуарҙар ришүәт бирергә ҡарар итә.
- Шул уҡ осорҙа өҫтәл артында улар Рәсәй Пенсия фонды идарасыһы урынбаҫары менән аҡса суммаһы тураһында һөйләшеп килешә. Бындай килешеү ойошмалар етәкселәренә ай һайын 40 мең һумға барып баҫа. Йыл ярымда улар 720 мең һум түләй.
“Гранит” компанияһы етәксеһе ришүәт биреүҙә ғәйепле тип таныла һәм дүрт йылға һынау срогы менән шартлы рәүештә дүрт йылға иркенән мәхрүм ителә. Икенсе ришүәт биреүсе тикшереүгә әүҙем булышлыҡ иткәне өсөн уға ҡарата енәйәт эше туҡтатыла.