Хакимиәт башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов һөйләүенсә, Айнур Наил улы быға тиклем ошондай уҡ вазифаны Стәрлебаш районы хакимиәтендә биләй, шулай уҡ яңы бизнес-шериф республикабыҙҙың башҡарма власть органдарында эшләү тәжрибәһенә эйә. Айнур Юнысов төрлө предприятиеларҙа инженер, инженер-конструктор, коммерция бүлеге начальнигы һ.б. була.
Элегерәк бизнес-шериф вазифаһы Артур Әсәҙуллинға йөкмәтелгән була. Әммә һуңғы бер нисә айҙа был йүнәлеште хакимиәт башлығының Иҡтисад һәм сәнәғәт буйынса урынбаҫары алып бара.