Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2024, 06:19

Стәрлетамаҡта пневмония менән сирләүселәр һаны 100ҙән ашыу

Ҡалала йәнә дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәр һаны артыуы теркәлгән, был турала БР буйынса роспотребнадзор идаралығының Стәрлетамаҡ территориаль бүлеге начальнигы Азамат Әхмәтшин доклад менән сығыш яһаны.

Стәрлетамаҡта пневмония менән сирләүселәр һаны 100ҙән ашыуСтәрлетамаҡта пневмония менән сирләүселәр һаны 100ҙән ашыу
Стәрлетамаҡта пневмония менән сирләүселәр һаны 100ҙән ашыу

Уҙған аҙнала ҡалала пневмония менән сирләүселәрҙең 102 осрағы теркәлгән (бер аҙна элек - 90), шул иҫәптән 59 сирләүсе - балалар. Киҫкен респиратор вируслы инфекция менән сирләүселәр һаны артҡан – 2381 (бер аҙна элек - 2164). Сирләүселәрҙең дөйөм иҫәбенән 1690ы – балалар. Шулай уҡ, бер аҙна эсендә 1-се ҡала клиник дауаханаһы баш табибы Илшат Яппаров һүҙҙәре буйынса, дарыу препараттары менән ағыуланыуҙың 4 факты теркәлгән.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас