Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь , 16:30

Яугирҙәр өлөшөнән байымаҡсы булғандар...

Санкт-Петербургта ялған рәүештә МХО-ла ҡатнашыусыларға тәғәйенләнгән түләүҙәрҙе урлап байымаҡсы булғандар.

Яугирҙәр өлөшөнән байымаҡсы булғандар...
Яугирҙәр өлөшөнән байымаҡсы булғандар...

Полиция “Ленэнерго” компанияһына ялған рәүештә эшкә урынлаштырылған һәм, йәнәһе лә, МХО зонаһында хәрби хеҙмәт итеүгә контракт төҙөгән шәхестәргә түләүҙәрҙе урлау схемаһын туҡтатҡан. Был эште ойошторған хәрби комиссариатта эшләгән ирле-ҡатынлы ҡулға алынған.

Оператив мәғлүмәттәр буйынса, хәрби комиссарҙың 51 йәшлек ярҙамсыһы 38 йәшлек ҡатыны менән бергә ялған рәүештә энергия һатыу компанияһына 41 йәшлек кадрҙар бүлеге хеҙмәткәре ярҙамында артабан эшкә урынлаштырыу маҡсатында граждандар эҙләгән. Артабан мутлашыусылар улар йөҙөнән РФ Оборона министрлығы менән хәрби хеҙмәт үтеү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыу тураһында ялған контракттар төҙөй. Киләсәктә ундай хеҙмәткәрҙәргә 50 мең һум күләмендә ай һайын түләүҙәр ҡарала. Был аҡса сараһын енәйәтселәр үҙҙәренә ала. Бынан тыш бер тапҡыр бирелә торған 500 мең һум да була...

Әлеге ваҡытта ялған рәүештә эшкә урынлаштырылған ике граждан шәхесе асыҡланған, “Ленэнерго” ойошмаһы яҡынса 1 млн һумдан ашыу суммаға зыян күргән. Полиция фаразы буйынса, компанияла башҡа кешеләрҙең дә ошо рәүешле эшкә урынлаштырылыуҙары ихтимал, тикшереү дауам итә.

Енәйәт эшендә ҡатнашыусы фигуранттарҙың фатирҙарында һәм эш урындарында тентеү һөҙөмтәһендә ҡылыҡтарын фашлаусы документтар, шул иҫәптән хеҙмәт килешеүҙәре, түләүҙәр тураһында бойороҡтар һәм түләү ҡағыҙҙары тартып алынған. РФ Эске эштәр министрлығы баш идаралығының Санкт-Петербург и Ленинград өлкәһе тарафынан РФ Енәйәт кодексы 159 статьяһы 3 бүлеге (мутлашыу) буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: