Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2024, 07:02

Заманса ҡапҡа балаларыбыҙҙы һаҡлар

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы – республика ҡаҙнаһын, Стәрлетамаҡ районы бюджетының финанс ресурстарын, халыҡтың һәм юридик берәмектәрҙең аҡса сараһын социаль әһәмиәтле проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлткән, урындағы халыҡтың тормошон уңайлыраҡ итергә мөмкинлек биргән механизм. Шуныһы мөһим: граждандар программала әүҙем ҡатнаша, проектты тормошҡа ашырыу өсөн бөтә көсөн һала, идеялар менән сығыш яһай.

Заманса ҡапҡа балаларыбыҙҙы һаҡларЗаманса ҡапҡа балаларыбыҙҙы һаҡлар
Заманса ҡапҡа балаларыбыҙҙы һаҡлар

Бына Бельский ауылы халҡы ла әлеге программала ҡатнашыу өсөн тауыш бирҙе. Төп проект итеп Бельский ауылының муниципаль урта белем биреү мәктәбе ҡоймаһын төҙөкләндереүҙе һайлай.
Мәктәп территорияһы ышаныслы һаҡлауға һәм юғары технологиялы ҡапҡалар менән заманса ҡоймаға мохтаж. Был сара балаларыбыҙ-ҙы һәм мәктәп биләмәһен хәүефһеҙлек менән тәьмин итеүҙә ҙур бер аҙым булып тора. Барлыҡ ауыл халҡы үҙ проектының еңеүенә өмөтләнә һәм бергә финанслауҙа ҡатнашырға әҙер.


Гүзәл ВӘХИТОВА,
Бельский ауылы мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы.

Автор:
Читайте нас