Иртә томан, кис тә томан....
Көньяҡ Урал өҫтөндә талғын еле булыған антициклон урынлашҡан, шуға икенсе көн рәттән көндөҙгө һәм төнгө температура үҙгәреүе томан рәүешендәге атмосфера күренешен тыуҙыра. Шулай уҡ атмосфераның ер өҫтө ҡатламында матдәләр туплана. Әлеге ваҡытта 2-се НМУ режимы иғлан ителгән. Ошоға бәйле бөгөн ҡала хакимиәтендә Экология буйынса совет ашығыс ултырышҡа йыйылды. Тикшереү барышында йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән бөтә халыҡты борсоған һорауҙар ҡаралды. Тулыраҡ киләһе яҙмаларҙа, әле ҡыҫҡаса әйткәндә, тәбиғи томан ергә төшкән һәм ошоға бәйле төрлө матдәләр ҙә ер өҫтөнә төшкән. Һәр хәлдә, (артыҡ) борсолорлоҡ урын юҡ, барыһы ла контролдә.
Экология советы ҡала хакимиәте менән берлектә насар еҫ тойһағыҙ кисекмәҫтән ә, 8-800-77-50-170 телефоны буйынса Башҡортостан республикаһы буйынса Роспотребнадзор Идаралығына мөрәжәғәт итергә кәрәклеген иҫкәртте. Торлаҡ зонаһында һауа өлгөләрен алыу өсөн Роспотребнадзор сайтында һылтанма буйынса мөрәжәғәт формаһын тултырырға мөмкин: https://02.rospotrebnadzor.ru/about/taking_calls/feed.
Атмосфера һауаһы бысранғанда БР Экология министрлығының оператив диспетчерлығына +7 (347) 218-04-30 номеры буйынса шылтыратырға мөмкин.