Шулай ҙа табиптар бар көсөн һалып, ауырыуҙарҙың хәлен яҡшыртыу өсөн сиргә ҡаршы көрәшә.
Спид иммунодефицит вирусы аша барлыҡҡа килә. Был вирус организмдың һаҡланыу системаларының йәшәү өсөн мөһим күҙәнәктәрен юҡҡа сығара. Шуға күрә организм төрлө ауырыуҙарға, инфекцияларға ҡаршы тора алмай.
Сирҙең бер ниндәй тышҡы билдәһе лә юҡ. Кеше ВИЧ ауырыуын эләктереп тә, СПИД осорона тиклем бер нисә йылдар дауамында ғәҙәти тормош менән йәшәргә һәм үҙенең сирле икәнлеген белмәҫкә лә мөмкин. Был ғәҙәти тормоштоң күпмегә һуҙылыуы тик кешенең үҙенән генә тора.
Наркотиктар, алкоголь, шул иҫәптән һыра, тәмәке иммунитетты юҡҡа сығара һәм процесстың үҫешенә булышлыҡ итә.
Кеше йылдар дауамында вирус менән инфекцияланыуы тураһында уйлап та бирмәҫкә мөмкин. Түбән иммунитет фонында яйлап ВИЧ инфекцияланған кешенең һаулығына ныҡлы ҡурҡыныс янаған ауырыуҙар барлыҡҡа киләләр (үпкә ауырыуҙары, туберкулез, токсоплазмоз; яман шештәр һәм башҡалар).
ВИЧ-инфекцияһының төп билдәләре: 38 градусҡа тиклем тән температураһы күтәрелеүе, айҙан ашыу биҙгәк тотоу; муйында, терһәк бөгөмөндә, ҡултыҡ аҫтында лимфатик төйөндәрҙең бер үк ваҡытта ҡабарыуы; ауыҙ, тән һәм енес ағзаларының лайлалы тиресәһе йыш ҡына эренләүе; оло ярауҙың оҙаҡҡа (1 айҙан ашыуға) боҙолоуы; төнөн тирләү; тәндә ҡабаттан герпетик сыбыртма сығыуы; туҡланыу режимын үҙгәртмәүгә ҡарамаҫтан, тән ауырлығы төшөүе, ҡанда лейкоциттар, лимфоциттар, трамбоциттар кәмеүе, анемия – аҙ ҡанлылыҡ, тиҙ арыусанлыҡ. Был сир йәш, тир, төкөрөк, (был шыйыҡсаларҙа вирус бик әҙ күләмдә), һауыт-һаба, китап, кейем-һалым, көнкүреш әйберҙәре аша йоҡмай. Һурыусы бөжәктәр - себен, серәкәй, талпан тешләүе ҡурҡыныс янамай.
Медицина тикшереүе, диспансеризация үткәндә СПИДтың булыу-булмауын асыҡлау өсөн мотлаҡ ҡан тапшырырға кәрәк. ВИЧ инфекцияһы йоғоу ихтималлығы булған, икеләнгән граждандар үҙ теләге менән ҡан тапшырып, быны асыҡлай ала, әгәр кәрәкһә, был процедураны аноним рәүештә башҡарырға була.
Табиб менән кәңәшләшеп, аналтздар биреп тороғоҙ – һаулығығыҙҙы ҡайғыртыу – һеҙҙең өсөн иң мөһиме. Тормошоғоҙҙоң сәләмәт рәүештә уҙыуы – бары тик һеҙгә генә бәйле!
Фото: culture.ru