Ашҡаҙар
+24 °С
Болотло
Йәмғиәт
1 Декабрь 2024, 11:26

Башҡортостанда эш хаҡы артҡан

Башҡортостанда йәшәүсе кешенең уртаса күпме аҡса эшләүе билдәле булды. Республикала эш хаҡы 17,7 процентҡа артҡан.

Башҡортостанда эш хаҡы артҡанБашҡортостанда эш хаҡы артҡан
Башҡортостанда эш хаҡы артҡан

2024 йылдың туғыҙ айында республикала уртаса эш хаҡы айына 64 791 һумға еткән. Был сумма уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 17,7 процентҡа юғарыраҡ. Волга буйы федераль округында йәшәүселәр уртаса 63 388 һум ала. Иң юғары эш хаҡы Татарстанда (71 450 һум) һәм Пермь крайында (69 956 һум). Мордовия халҡы иң аҙ аҡса эшләй – айына 54 619 һум.

Шуныһы ҡыҙыҡ, эш хаҡының иң юғары үҫеш темптары Удмуртияла теркәлгән. Сумма бер йылда 23,1 процентҡа, 62 314 һумға тиклем арта. Дөйөм алғанда, Рәсәйҙә 2024 йылдың туғыҙ айында уртаса эш хаҡы күләме 83 709 һумға еткән (2023 йылдың шул уҡ осорона ҡарата+18%). Иң юғары эш хаҡы Чукотка автономиялы округы халҡында (178 499 һум).

Иҫегеҙгә төшөрөп үткәндә, Рәсәйҙә эш хаҡы Владимир Путиндың Май указдары һәм йыл башында булған Мөрәжәғәтнамәһенә ярашлы үҫтерелә.

Автор:Рамиль Мансуров
Читайте нас