Ашҡаҙар
+24 °С
Облачно
Йәмғиәт
2 Декабря 2024, 15:30

ЯҘМЫШЫНА РӘХМӘТЛЕ УЛ

Зөлфиә Дауыт ҡыҙы Әүбәкерова Силәбе өлкәһендә тыуһа ла, үҙен Салауат районы Тирмән ауылы ҡыҙы, тип иҫәпләй. Йыр-моң яратҡан ишле ғаиләлә тыуып үҫә. Мәктәптә уҡығанда рус телендә йырҙар башҡара. Ғаиләһендә йыр-моңға мөкиббән киткән ата-әсәһе, гармунда өҙҙөрөп уйнаусы ағайҙары була. Үҫмер ҡыҙ үҙен төрлө өлкәлә һынап ҡарай: Мәсәғүт педагогия училищеһына уҡырға ингәс, башы ныҡ ауыртыу сәбәпле, уны ҡалдырып ҡайтырға мәжбүр була. Ҡыҙҙы атаһы дауалап һауыҡтыра. Әйткәндәй, ҡыҙ донъяға килгәндә лә мөғжизә була, Силәбе өлкәһенең Златоуст районындағы бала табыу йортонда ут һүнеү сәбәпле, Зөлфиәгә тиклем донъяға килгән балаларҙы утһыҙ таптыралар, Зөлфиәнең әсәһе дауаханаға инеү менән ут тоҡана һәм ҡыҙ донъяға яҡтыла тыуа. Ошо хәлдең яҙмышына алдан ишара булғандыр, тип билдәләй Зөлфиә.

ЯҘМЫШЫНА РӘХМӘТЛЕ УЛЯҘМЫШЫНА РӘХМӘТЛЕ УЛ
ЯҘМЫШЫНА РӘХМӘТЛЕ УЛ

Ә йылдар үткәс Зөлфиә Златоуст ҡалаһына барып һыуытҡыстар буйынса технолог һөнәрен үҙләштерә. Тыуған ауылына ҡайтып, мәктәптә ашнаҡсы ла була. Йырламай торалмаған ҡыҙ 1993 йылда Өфө сәнғәт училищеһына барырға тәүәккәлләй. Ул саҡта конкурс ҙур була. Әҙилә Хәбип ҡыҙы Шәйхисламова класына эләгә. Өсөнсө курсҡа күскәндә үҙе менән бергә уҡыған Әбйәлил егете Рәмил Әүбәкеровҡа кейәүгә сыға.

Әйткәндәй, йәштәр әлеге эстрада йондоҙо Әнүәр Нурғәлиев менән бергә уҡыйҙар. Каникулда бергәләп Башҡортостан ауылдары буйлап концерт ҡуйып йөрөйҙәр. Шунда эшләгән аҡсаға никахтарына балдаҡтар һатып ала Әүбәкеровтар. Өсөнсө курс аҙағында ҡыҙҙары тыуа. Йәштәргә тормош көтөлмәгән һынауҙар ҙа ҡуя әле ул саҡта. Ғаилә ҡорҙоң да, рәхәт кенә йәшәп алдың да киттең түгел шул. Өйләнеү менән йәштәрҙе дөйөм ятаҡтан ҡыуа башлайҙар, ә төҙөлөп ятҡан яңыһынан урын бирмәйҙәр. Мәҙәниәт министрлығына барғас ҡына ыңғай хәл ителә йәш ғаиләнең сетерекле мәсьәләһе. Балаһына 5 ай тулыу менән кескәйҙәрен әсәйҙәренә ҡалдырып, иренән бер курсҡа ла артта ҡалмай бергә диплом ала Зөлфиә Дауыт ҡыҙы.

Стәрлетамаҡ филармонияһына килеп еткәнсе йәш ғаиләгә иренең тыуған яҡ-тарында йәшәргә лә, Сибай филармонияһында эшләргә лә тура килә. Талантлы йәштәрҙе ҡалабыҙға, Стәрлетамаҡ филармонияһына Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рима Шәһит ҡыҙы Шәкирова саҡыра. Ул ваҡытта бында Ғәзинур Хужәхмәтов, Башҡортостан Респуб-ликаһының атҡаҙанған артисы, ҡурайсы Ҡадир Әүбәкеров, Райхана һәм Миңлеғәле Хәсәновтар, Зилә Лира, Альфред Мырҙағәлиев, Рәйес Әбүбәкеров, Альберт Салауатов, Сәйҙәш Сәсәнбаев эшләп йөрөгән була. Ә Ришат Хәмиҙуллин һәм Гүзәл Фәхретдинова концерттарҙы оҫта итеп алып бара. Репертуарында «Болон» тип аталған халыҡ йыры ла булған Зөлфиә Әүбәкерованы Стәрлетамаҡ тамашасы-һы шунда уҡ үҙ итә. Зөлфиәнең тормош иптәше Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәмил Әүбәкеров менән сығыштары айырыуса иғтибарға лайыҡ. Уларҙың бергә башҡарған дуэттары: «Бәхетем һин» (Р.Әүбәкеров музыкаһы, С.Әлибаев һүҙҙәре), «Һин булмаһаң йырлы булмаҫ инем» (Р.Әүбәкеров музыкаһы, Ә.Таһирова һүҙҙәре), «Ал ҡосағыңа, йәнкәйем» (С.Бәҙретдинов һүҙҙәре һәм музыкаһы), «Ҡарҙар ҡарала» (Ф.Низамиева һүҙҙәре, Ф.Низамиев музыкаһы) һәм башҡалар. Зөлфиә башҡарған таҡмаҡтарҙы ла тамашасылар йылы ҡабул итә.

Әйткәндәй, Стәрлетамаҡҡа күсеп килгәс йәш ғаиләгә «гостинка» бирәләр. Улар икеһе лә төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, ҡалабыҙ шөһрәтен күтәргән шәхестәр. Бынамын тигән ике ҡыҙ һәм ул үҫтерәләр. Наҙлы олатай, өләсәй булырға ла өлгөргәндәр. Ә аҙаҡ өс бүлмәле фатирлы булалар. Тормош һынауҙарын артистар ҙа русса әйткәндә, «от А до Я» үтә икән! Беҙҙең алға сығып йырлап торһалар ҙа, гастролдәргә барғанда һәр саҡ ҡояшлы, матур көндәр булды, тип кенә әйтеп булмай. Уларҙың да ямғырҙарҙа сыланған, йылытылмаған ҡунаҡханаларҙа туңған саҡтары ла булғылаған… Әүбәкеровтарға ҡарайым да, улар икеһе бер бөтөн кеүек тойолдо.

Шул тиклем дә бер-береһенә оҡшаған парҙар булыр икән, тип уйлап ҡуям. Бер-береһен тулыландыралар бит, ысын мәғәнәһендә! Ундай шәхестәр тураһында ауралары һәйбәт кешеләр, тип әйтәләр. Әүбәкеровтар – тап шундайҙарҙан! 

Халыҡ-ара һәм республика конкурстары лауреаты, Стәрлетамаҡ филармонияһы солисткаһы Зөлфиә Дауыт ҡыҙы Әүбәкерованың репертуарында «Зөлхизә», «Уйыл», «Сәлимәкәй», «Зөбәйҙә», «Күгәрсен» һымаҡ сәхнәгә сығарған яңы йырҙары ла бар. Талантлы йыр-моң оҫтаһы Зөлфиә Әүбәкероваға артабан да яңы үрҙәр, ғаилә именлеге, ҡатын-ҡыҙ бәхете теләйбеҙ!

Римма ҒӘЛИМОВА.
Фотолар ғаилә альбомынан алынды.

Автор:
Читайте нас