Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Декабрь 2024, 04:00

Ҡалтасыла - ҡот осҡос янғын!

Краснохолмский ауылында ике ҡатлы йорттоң беренсе ҡатындағы фатирҙа ут сыҡҡан.

Ҡалтасыла - ҡот осҡос янғын!Ҡалтасыла - ҡот осҡос янғын!
Ҡалтасыла - ҡот осҡос янғын!

Унда йөклө ҡатын һәм 3 бала булған. Әсә кеше извещателдең әсе тауышын ишетеп һәм түшәмдә ут күреп, бөтәһен дә йыйып урамға сығарған. Ут тиҙ арала күрше фатирҙарға, дөйөм коридорҙаға һәм ҡыйығына таралған.

Икенсе ҡаттағы фатирҙа ҡатын һәм өс бала йәшәгән. Әсәһе балаларының тик икеһен генә урамға сығара алған. Ҡотҡарыусылар фатирға ингән һәм 4 йәшлек малайҙы таба, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул йән биргән була.

Баланың 30 йәшлек әсәһе әсе төтөн  һулағандан һуң аңһыҙ хәлдә реанимацияға оҙатыла, уның ғүмере өсөн хәҙер табиптар көрәшә.

Янғын һүндереүселәр беренсе ҡатта утта һәләк булған 70 йәшлек ҡатынды тапҡан.

Барлығы 6 фатир һәм йорттоң ҡыйығы зыян күргән, янғын майҙаны 900 квадрат метр тәшкил итә.

Фажиғә урынында тейешле хеҙмәттәр, Тәфтиш комитеты һәм прокуратура хеҙмәткәрҙәре эшләй. 
Йортһоҙ ҡалыусылар ваҡытлыса урынлаштырыу пунктына ебәрелгән.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас