Тамыр тигәндә, уның архитектура проекттарында, фильмдарында һәр саҡ башҡорт колориты һиҙелә. Йәшел, һары, зәңгәр, ҡара төҫтәрҙең йылы сағылышы, геометрик, шулай уҡ һыҙыҡлы формалар рәүешендә үҙенсәлекле орнаменттарға өҫтөнлөк бирелә.
Айгөл посылка менән яңы эштәрен – бихисап премияларға лайыҡ булған фильмдарынан кадрҙар ебәрә. Һәм уның бала саҡ эштәре, ҡурсаҡтары үҙе белем алған мәктәпкә бүләк ителә.
Балаларҙы тыуған төйәгебеҙҙең милли мәҙәниәте менән таныштырыу, башҡорт халҡы мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу уятыу – быларҙың барыһы ла Айгөл Абызгилдина уҡыған Стәрлетамаҡ ҡалаһының 33-сө мәктәбендә урынлашҡан шәхси күргәҙмәһендә сағыла. Күргәҙмә бөтә донъяға билдәле халыҡ-ара архитектор булараҡ, яңы эштәр – архитектур проекттар менән тулылана. Күптән түгел күргәҙмә үҙ эшен башланы һәм унда уҡыусылар өсөн дәрестәр ҙә үткәрелде.
“Кино ла архитектура кеүек үк, үҙе бер сәнғәт формаһы булып тора. Архитектор өсөн барыһы ла мөһим: ҡайһы яҡтан ҡояш төшә, ҡайһы яҡтан ел иҫә, яҡын-тирәлә нимә төҙөлгән – быларҙың барыһы ла иҫәпкә алына. Архитектура кинематографияһы яңы визуаль һәм эмоциональ тәьҫораттар булдырыу өсөн мөмкинлектәр аса, шулай уҡ архитектураны яңы контекстта күрһәтергә мөмкинлек бирә, ул кешеләргә биналарҙы һәм арауыҡтарҙы икенсе яҡтан күрергә ярҙам итә ала”, – тип билдәләй Айгөл үҙе “Татлин” журналында сыҡҡан әңгәмәлә.
Балаларҙы башҡорт мәҙәниәтенә йәлеп итеү – был уның күргәҙмәһендәге художество эстетик йүнәлешле белем алыу ярҙамсыһы булып тора. Башҡортостаныбыҙ йолаларын һәм мәҙәниәтен һаҡлап ҡалыуға булышлыҡ итәсәк.
“Айгөлдөң күргәҙмәһе белем биреү процесы булып тора, үҙ халҡының мәҙәниәтен үҙләштереүҙең тар формаль йүнәлешендә, башҡорт һәм башҡа халыҡтарҙың мәҙәниәтенән айырылыуҙа түгел, ә тығыҙ берләшеүҙә, берҙәмлектә һәм үҙ-ара үтеп инеүҙә төҙөлгән. Картиналар мәктәп йәшендәге балаларҙы башҡорт милли мәҙәниәте сығанаҡтарына ылыҡтыра”, – ти был үҙенсәлекле күргәҙмә хаҡында рәссам-архитекторҙын эштәре урынлашҡан залда дәрес үткәргәндән һуң уҡытыусылар ҙа.
Дөйөм алғанда, орнаменттарҙы, ҡурсаҡтарҙың костюмдарында сигелгән биҙәктәрҙе һәм картиналарҙы, көнкүреш, аш-һыу, сигеүҙәрҙең традицион биҙәлешен ҡарау – үҙе бер ләззәт. Күргәҙмә ғорур башҡорт ҡурайсыһынан, милли кейем кейгән бейеүсе ҡыҙҙарҙан башланып китә – был инде ҙур мәғәнә эйә!
Әлфиә МАНСУРОВА.
Ольга НОВИЦКАЯ фотолары.