Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
3 Декабрь 2024, 06:30

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

3 декабрь календарҙа Халыҡ-ара инвалидтар көнө булараҡ билдәләнгән. Был көн мөмкинлектәре сикләнгән, әммә алсаҡ, ихлас күңелле, изгелекле һәм көслө ихтыярлы кешеләр кеүек үк үҙенсәлекле дата.

Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнөБөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө
Бөгөн – Халыҡ-ара инвалидтар көнө

Беҙҙең дөйөм бурысыбыҙ – һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикле кешеләр физик һәм мораль яҡтан кәртәләр тоймаһын өсөн уларға ярҙам итеү. Йәмғиәтте башҡаларҙың проблемаларына битараф итеп түгел, ә киреһенсә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға һәр саҡ әҙер булырлыҡ итеп тәрбиәләү зарур. Инвалидтар менән аралашыу мәҙәниәтен үҫтереү, һәр ҡайһыбыҙ изге эштәр, бер-беребеҙгә ихтирам һәм хәстәрлек өсөн сикләнмәгән мөмкинлектәргә эйә булыуы бик мөһим.

Беҙҙең менән бергә үҙенсәлекле кешеләр йәшәүен оноторға тейеш түгел, сөнки улар һоҡланғыс ихтыяр көсөнә эйә һәм, ауырлыҡтарға ҡарамай, йәшәү йәмен һаҡлай.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас