Эске эштәр министрлығының Стәрлетамаҡ ҡалаһы буйынса идаралығына уҙған аҙна эсендә граждандарҙан 1278 мөрәжәғәт булған. Эске эштәр министрлығы ҡала идаралығының полиция начальнигы урынбаҫары Алексей Толченников һүҙҙәре буйынса, был осорҙа 23 енәйәт эше ҡуҙғатыла, шул иҫәптән мутлашыу факты буйынса – алты.
Мутлашыусыларҙан күргән зыяндың дөйөм суммаһы - 1 100 191 һум тәшкил итә. Зыян күреүселәр араһында үҙмәшғүл, ике эшһеҙ, «Ольховка» йәмғиәте ҡунаҡхана хеҙмәтсеһе, шулай уҡ «Вилитеп» һәм «БашРТС-Стәрлетамаҡ» йәмғиәттәре хеҙмәткәрҙәре.
Шулай уҡ бер аҙнала Стәрлетамаҡта кеше мөлкәтен урлау буйынса - 11, тән йәрәхәттәре килтереү - 24, ғаиләлә ғауға ҡуптарыу буйынса 60 факт теркәлгән. Наркотиктарҙы законһыҙ һаҡлаған һәм һатҡан өсөн һигеҙ кеше ҡулға алынған, енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн 36, иҫерек килеш йөрөгән өсөн 44, бәләкәй хулиганлыҡ өсөн 38 административ эш теркәлгән.