Ике йәшлек ҡыҙ 17 магнит шарын йотҡан. Баланы ашығыс медицина ярҙамы дауаханаһына хәлһеҙлек һәм бер өҙлөкһөҙ ҡоҫоуға бәйле мөрәжәғәт менән алып киләләр. Рентген төшөргәндән һуң, табиптар эсәктәрҙә диаметры 2 мм булған 17 магнит шарын таба.
БР һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, ата-әсә сабыйҙың нимә йотоуын да белмәй. Ҡыҙҙы ашығыс рәүештә операцияға ебәрәләр. Сит есемдәрҙе хирургик ысул менән ике сәғәт сығаралар. Эсәктең төрлө бүлегендә бер-береһенә ҡушылып, шарҙар уның үтмәүсәнлеген барлыҡҡа килтерә. Хирургтар әкренләп эсәктән бөтә сит есемдәрҙе сығарып, өс урындан тегеп ҡуя».
Хәҙер бала реанимация бүлегендә ята, дауалана, уның ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф янамай. Ҡыҙҙы оҙайлы реабилитация көтә.