Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 05:02

Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!

Ҙур рәхмәт һүҙҙәремде 2-се спорт мәктәбенең йөҙөү бүлегенә йөрөгән балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә еткергем килә. Етәксебеҙ А.Н.Живаев, профком рәйесе М.Г.Зәлилова, инструктор Г.Г.Бәхтейәрова менән һөйләшеп, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам ойошторорға булдыҡ, - ти 2-се спорт мәктәбе тренер-уҡытыусыһы Фәүзиә Ибраһимова. Тулыраҡ сайтта 

Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!

Ата-әсәләр чатына бәләкәй генә иғлан биргәс, улар был тәҡдимде дәррәү күтәреп алған. Балалар менән бергә, киләһе йылға арналған, хаттар һәм открыткалар яҙылған. Был хаттарҙы спортсылар яугирҙәребеҙҙең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп һалған.

Ата-әсәләр тиҙ арала көндәлек кәрәк-яраҡтарҙы (теш щеткалары, ойоҡбаштар, материалдар, аҙыҡ-түлек, тушенка, балыҡ консервалары, кәбеҫтә, ҡуйыртылған һөт, тоҙло ҡыяр, кәнфит һәм сәй) йыйған. Абрамовтар ғаиләһе 4 биҙрә бал әҙерләп ебәргән. Бөтә йыйылған әйберҙәрҙе Музамилә Ғәлихан ҡыҙы, Нурия Минеғәли ҡыҙы йәшниктәргә һалып, әҙерләп ҡуйған.

Фәүзиә ИБРАҺИМОВА:

– Битараф булмаған ата-әсәләргә, хеҙмәткәрҙәргә, балаларға ҙур рәхмәтемде белдерәм! Изгелек ерҙә ятып ҡалмай. Берҙәм булайыҡ, бергә булайыҡ. Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!

Гүзәл РӘМИЕВА,

Фәүзиә ИБРАҺИМОВА фотолары.

Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Барыбыҙ ҙа фронт өсөн тырышабыҙ!
Автор:Гүзәл Рәмиева
Читайте нас