Ашҡаҙар
+30 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 04:56

Хәбиров: "МХО яугирҙарын Башҡортостандың идара итеү системаһында күрәм"

Башҡортостан Башлығы Махсус хәрби операция зонаһынан ҡайтҡан яугирҙарҙың эшкә урынлашыу һәм уларҙың тыныс тормошҡа яраҡлашыу тураһында һорауҙарына яуап биреп, төбәк Башлығы бөгөнгө көндә был проблема менән бик эш итмәүҙәрен билдәләне, сөнки яугирҙарыбыҙҙың күптәре әле яуҙа, барыбыҙҙың да тыныслығы һағында тора. Әммә киләсәккә был йүнәлештә эш алып барыла.

Хәбиров: "МХО яугирҙарын Башҡортостандың идара итеү системаһында күрәм"Хәбиров: "МХО яугирҙарын Башҡортостандың идара итеү системаһында күрәм"
Хәбиров: "МХО яугирҙарын Башҡортостандың идара итеү системаһында күрәм"

"Уларҙың күбеһе МХО зонаһынан ҡайтҡас элекке эш урындарына барасаҡ, әммә ҡайһы берәүҙәре тормоштарын ҡырҡа үҙгәртергә лә теләйәсәк, һәм власть уларға ярҙам итергә бурыслы", тип билдәләне төбәк Башлығы.

Шулай уҡ Радий Хәбиров: "МХО яугирҙарын Башҡортостандың идара итеү системаһында күрәм, шул иҫәптән төбәк Башлығы хакимиәтендә лә", тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас