Ашҡаҙар
+20 °С
Болотло
Йәмғиәт
4 Декабрь 2024, 12:45

Хәҙер мин өйөмә төрмәгә кеүек ҡайтам...

(Бер ир һөйләгәненән – булған хәл) ...Ҡала гимназияһы янында өс кешенең күңелле итеп һөйләшеп тороуын күҙәтәм. Ир дәрәжәле генә, ул-дары ла ҡиммәтле, зауыҡлы кейенгәне күренеп тора. Ә ҡатын... минең тәүге ҡатыным Гөлшат ине. Улымды ла таныным, үҙ һөйәгемде үҙем танымай буламы ни, Тимурым бит. Уларҙан күҙемде ала алманым. Бер нимәне лә, бер кемде лә шәйләмәгән бәхетле ғаилә генә, көлөшә-көлөшә атлап барып “Джип”тарына ултырып китте. Ә мин тороп ҡалдым...

Хәҙер мин өйөмә төрмәгә кеүек ҡайтам...Хәҙер мин өйөмә төрмәгә кеүек ҡайтам...
Хәҙер мин өйөмә төрмәгә кеүек ҡайтам...

Гөлшаттың толомо биленә төшөп тора икән, элек ул ҡыҫҡа сәсле ине, йәш сағында күңелле һәм ҡыҙыҡ ҡыҙ булды. Мажаралар яратты, ял минуттарын күңелле һәм бергә уҙғарыу өсөн берәй нимә – парашюттан һикереүме, саңғыла шыуыумы, ҡыҫҡаһы ҡыҙыҡ шөғөлдәр уйлап табып ҡына торҙо. Улыбыҙ тыуғас, икәүҙән-икәү булған мәлдәр төш кеүек кенә артта ҡалды, бала мыжый, көнө-төнө сабый ҡарап, бөтә йорт эштәрен дә үҙ иңендә тартып арыған ҡатыным миңә иғтибар күрһәтмәй башланы. Өйҙә толҡа тапмай башланым һәм яттарға күҙ һалдым. Йәш сибәркәйҙең ҡуйыны ымһындырғыс ине, йәшенеп подъездарҙа, дуҫтарҙың фатирҙарында осраштыҡ. Илаҡ баламдың тауышын ишетмәҫ өсөн өйгә ҡайтмай башланым. Һөйәркәмә тамам әүрәгәс, бер кистә өйгә әйберҙәремде алырға ғына индем. Унда һәр ваҡыттағыса бала аҡыра, ҡатыным менән дә һүҙҙе ҡыҫҡа тоттом. Ишекте шарт ябып, ниһайәт, был мәхшәрҙән ҡотолдом тип иркен һуланым.

Башҡа улар хаҡында бер нимә лә ишетмәнем, ҡыҙыҡһынырға ла ҡурҡып йәшәнем. Үҙемдең барлығымды белгертһәм, ҡатыным алиментҡа биреп ҡуйһа?! Ғаиләмдән китеүгә бер йыл үткәс бында ла бәпесем тыуҙы. Тағы шул уҡ хәл ҡабатланды, әммә был ҡатыным беренсеһе кеүек үҙен тыныс тотманы, ҡаңғырҙы, әрләште, балаға аҡса таптырҙы. Хәҙер мин өйөмә төрмәгә кеүек ҡайтам. Шундай ауыр мәлдәрҙә мин Гөлшатымды, улымды нисек кире ҡайтарырға тип баш ваттым. Уртаҡ таныштар аша бер мәл Гөлшаттың телефон һандарын таптым һәм шылтыраттым.

Ул мине шунда уҡ таныны, тул-ҡынланыуҙан ыҡ-мыҡ иткән хәбәремде түҙемле генә тыңланы ла: “Һеҙ һандарҙы дөрөҫ йыймағанһыҙ”, – тип трубкаһын һалды.

Был хәлде мин ғибрәт өсөн яҙам, ирҙәргә ошолай һемәйергә тура килмәһен. Әлбиттә, күршенең өйрәге – ҡаҙ, ҡатыны ҡыҙ, булып күренә, әммә донъя ялтырауығына ҡыҙығып, йәштән иң ҡәҙерле, иң яҡын кешеләреңә хыянат итергә ярамай.

Гөлдәр ҠАДАЕВА.

Автор:
Читайте нас