Посылкаларға талаптар:
- бер посылка ауырлығы 7 кг артмаҫҡа тейеш;
- уларҙы асыҡ килеш, адресаттың бөтә мәғлүмәттәрен дә яҙып (яугирҙың фамилияһын, исемен, атаһының исемен һәм позывнойын, телефон һандарын, тулыһынса подразделение һәм дислокация урынын, шулай уҡ посылканы ебәреүсенең тулыһынса исем-шәрифен, телефон һандарын) килтерергә;
- тыйылған предметтар һәм тиҙ боҙолоусы аҙыҡ-түлек килтермәҫкә;
Посылкалар шунда уҡ туғандары алдында тултырыла.
Ҡабул итеү графигы: эш көндәрендә 9:00 сәғәттән 18:00 сәғәткә тиклем (13:00 - 14: 00 сәғ. төшкө ял).
Яуаплы кешенең бәйләнеш номеры: 8-987-486-21-19, Наталья Алексеевна.