“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто ойошторған “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһы дауам итә. Әйткәндәй, был изге акцияға теләгән һәр кем ҡушылып, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙың ғаиләһенә яратҡан баҫмаларын бүләк итә ала. Күптәр шулай итте лә инде, улар араһында ҡала етәкселеге лә бар.
Ҡала хакимиәте башлығы Эмиль Шәймәрҙәнов МХОла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләләренә “Ашҡаҙар” һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәренә яҙылды. Артабан Эмиль Владиславович изге акция эстафетаһын урынбаҫарҙарына тапшырҙы, улар ҙа махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә почта аша килтереү ысулы менән урындағы баҫмаларға киләһе йылдың ярты йыллығына яҙылды.
Акция дауам итә. Уның ярҙамы менән 2025 йылдың икенсе ярты йыллығына яҡынса 300 дана гәзит яҙҙырылған, шул иҫәптән ижтимағи-патриотик ойошмалар өсөн МХО зонаһына ебәреү маҡсатында.
– Был изге акция матур бер йолаға әүерелде. Бөгөн беҙҙең команда ла уға ҡушылып, ҡала тормошон, беҙҙе дауалаған, балаларыбыҙға белем биргән, заводтарҙа эшләгән, беҙҙе фронтта яҡлаған кешеләр тураһында һәр һанында яҡтыртып барған “Ашҡаҙар” һәм “Стерлитамакский рабочий” гәзиттәренә яҙылдыҡ. Акция дауамлы булһын, уға һәр етәксене ҡушылырға саҡырам! – тип билдәләп үтте Эмиль Шәймәрҙәнов, акцияла ҡатнашыу мәлендә.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ дуҫтар! Акциянан һеҙ ҙә ситтә ҡалмағыҙ, яугир ғаиләләренә ошондай ысул менән дә хәстәрлек күрһәтәйек.
Әлфиә МАНСУРОВА.
Григорий МЕЛЬНИКОВ фотоһы.
Һүрәттә: Эмиль Шәймәрҙәнов “Стерлитамакский рабочий” гәзите баш мөхәррире Алексей Матвеев менән.