Республикабыҙҙа МХО зонаһында ҡатнашыусылар өсөн ярҙам саралары һаны арта бара. Хәрбиҙәр өсөн “Ватан һаҡсылары” фонды ҡарамағында Рәсәй Оборона министрлығына тура мөрәжәғәт итеү үҙәге асылды, шулай уҡ Радий Фәрит улы хәбәрһеҙ юғалған хәрбиҙәр ғаиләләренә ярҙам сараларын киңәйтергә бойорҙо.
Тура бәйләнештә, шулай уҡ, юл төҙөлөшө, йәмәғәт урындарын төҙөкләндереү, мәктәп туҡланыуына ҡағылышлы һорауҙар иғтибар үҙәгендә ҡала. Быларҙың барыһы ла муниципалитеттарҙың үҫешен билдәләй, һәм кешеләр өсөн ошо мәсьәләләр ысынлап та бик мөһим.
Радий Фәрит улы мәҙәни мираҫты, милли оҡшашлыҡты һаҡлап ҡалыу, спорт һәм туризмды үҫтереү, ғалимдарға ярҙам итеү һорауҙарына яуап бирҙе. Республика Башлығы менән халыҡ араһында диалог, һәр килгән һорауға иғтибарлылығы – кире бәйләнеш кенә түгел, ә ике яҡлап та ышаныс күрәһәтеү билдәһе ул.