2018 йылдан алып «Теләк шыршыһы» меңәрләгән кешене берләштерә. Акцияла бизнес вәкилдәре, власть һәм йәмәғәт лидерҙары ҡатнаша.
Акция ике этаптан тора:
1. Ғаризалар йыйыу (2024 йылдың 15 ноябренән алып, 20 декабренә тиклем).
Теләктәрен яҙып ебәреүселәр ауыр тормош шарттарында ҡалған балалар була ала: етемдәр, һаулыҡ мөмкинселектәре сикләнгән, йәшәү минимумы кәм киләмле ғаиләнән һәм мобилизацияға эләккәндәрҙең балалары.
Башҡортостан балалары һәм уларҙың ата-әсәләре, теләктәрен белдереп һәм кәрәкле документтар ҡушып, сайт аша ғариза бирә ала: https://елкажеланий.рф/
2. Теләктәрҙе үтәү (2024 йылдың декабренән алып).
Теләгән һәр кем балаларҙың хыялын тормошҡа ашыра ала. Бының өсөн акцияның сайтында теләк һайларға һәм балаға яңы йыл мөғжизәһен бүләк итергә кәрәк.
Башҡортостанда акцияның төп ойоштороусыһы - «Беренселәр хәрәкәте» ойошмаһы. Акция айырыуса балаларға ярҙам итеүгә һәм изгелеккә ышаныу бүләк биреүгә йүнәлтелгән.