Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь , 13:49

Оҫталар (хикәйә)

Иртәнсәк Сәғиҙә һылтаңлаңҡырап сығып барғас, Зиннәт, кейенеп ултырған еренән туҡтап, күҙ һалды. Тегеһе лә ҡайырылып ҡараны, тулы ирендәрендә оялсан йылмайыу барлыҡҡа килде. Зиннәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: Сәғиҙәме был, бүтәнме? Оҡшаған да, оҡшамаған да һымаҡ, етмәһә, сатан. Ул арала булмай, еҙнәй аҡсаһы алырға тип, балдыҙҙары кемуҙарҙан йүгерешеп килеп етте. Шаңҡыған Зиннәт һүҙ ҙә әйтә алманы: иң алда ҡояштай балҡып тупһаны аша атлағаны Сәғиҙә ине...

Оҫталар (хикәйә)
Оҫталар (хикәйә)

Йыйылыштан кәйефе ҡырылып ҡайтты Зиннәттең. Юҡ, эш бүләктең кемгә ниндәйе эләгеүендә түгел. Ҡара йәшенән ҡулынан балта төшмәгән кешенең бүләктең төймәләйен дә, дөйәләйен дә күргәне бар инде уның. Алған грамоталарын ғына һанаһаң да өс тиҫтәгә етер, миҙалдан да мәхрүм итмәнеләр. Тик бына һәүетемсә эшләп йөрөгән еренән: «Яңы бригадир ҡуяйыҡ тиеберәк торабыҙ, һин быға нисек ҡарайһың, Зиннәт ағай?» – тип тора бит әле председатель. Йәнәһе, йәштәр мисәүҙә генә бармаһын, тәртәгә лә егелһен. Һеҙҙең күҙ алдында эшләп, тәжрибә туплаһын...

Зиннәт сымыры ғына ишек алдында бер ары, бер бире һуғылды. Ниҙер иҫенә төшкәндәй, ҡапыл ҡапҡа тышына сыҡты, аяҡ аҫтында уралған тимер сымды алып, ҡойма буйына елгәрҙе. «Алайға китһә, икенсе бригадала уның ҡорҙашы Ғиззәт – бригадир. Уны ниңә бригадирлыҡтан төшөрмәйҙәр? Уныһы ла бит әле шунда Зиннәтте яҡлап ләм-мим һүҙ әйтмәне. Хатта һүҙеңә ҡеүәт тигәндәй: «Шулай инде, как же...» – тип йөпләп ултыра».

Зиннәт ҡарт тәмәке төпсөгөн быраҡтырып, сырт итеп төкөрҙө лә кире өйөнә инде, ҡарсығына эштең ниҙә икәнен һөйләп тә тормай: «Бәләкәй сырхап торам әле», – тип, ут алғансы уҡ, түшәгенә ауҙы...

Иртәгеһенә Зиннәт ҡарт контора асылғансы уҡ килеп етте. Тунын һалып та өлгөрмәгән председателгә ҡарап:

– Һин, ҡустым, мине берәй хәлдән килерҙәй эшкә ҡуй инде, – тип һүҙ башланы.

Председатель ҡарттың ҡаҡса, ләкин ҡаҡ ағастай ныҡ, төҙ буйына, ялбыр ҡаштары ҡаплай яҙған йәшкелт күҙҙәренә, көмөрөрәк танау аҫтында хәтәр бөгөлгән мыйығына күҙ һалды. Эсенән: «Ҡартыңдың «ыһ» та итмәй яңынан бер тиҫтә тартырлыҡ рәте бар әле», – тип уйлаһа ла, ул турала өндәшкеләп торманы.

– Ниңә улай ҡапыл уйланың әле, Зиннәт ағай? Пенсияға ла күп ҡалмай. Ғүмер баҡый балта оҫтаһы булғас, ялға ла шунан китер инең, унан һуң яңы закон буйынса хөкүмәт һеҙҙең турала ана нисек ҡайғырта. Көсөң булһа, эшлә лә эшлә генә...

– Юҡ инде, ҡустым. Миңә уның закуны-макуны кәрәкмәй. Ана, йәштәр эшләһен. Беҙҙең сабата туҙған, замана уҙған...

Ауылда икәүһенә бергә «партизандар» тигән ҡушамат тағылған Зиннәт менән Ғиззәт ҡарттың холҡон яҡшы белә председатель. Былар һынһа һыныр, мәгәр бөгөлмәҫ. Райондағы белгестәрҙән раҫлатып алып ҡайтҡан әҙме проектты ошо икәү пыран-заран килтерҙе: «Беҙҙең ауылда елдең ҡайһы тишектән инеп, ҡайҙан сыҡҡанын ике ятып бер төштәрендә күрмәгәндәрҙер әле улар. Яҙын ҡайҙа һыу йыйылғанын, ҡышын ҡайҙа ҡар һалғанын улар беләме, беҙме? – Шунан бер-береһенә күҙ ҡыҫып: – Зиннәт менән Ғиззәттән олаталарына сәләм күндерегеҙ!» – тип кенә ебәрәләр. Бар, һөйләшеп ҡара улар менән шунан һуң...

– Һым, – председатель ручкаһын өҫтәлгә туҡылдатып ҡуйҙы. – Һым... Былайтып бәкәлгә һуғаң бит әле, Зиннәт ағай. Әле генә үҙеңә ҡулай эш булырға ла оҡшамай. Үҙе аҫтыртын ғына ҡартты күҙәтә: ҡыҙҙы-китте, бар, тыйып ҡара...

– Ҡарауылға ҡуй. Ана Сәлмән ҡарт әллә ҡасандан ҡалалағы улына сәфәр сыға алмай интегә. Миңә кәсеп, уның күңеле булыр. Ҡараға баҫҡансы йөрөһәм, күҙ күрер әле, мужет, малға сығылыр...

Башта үҙенең был ҡарарына ҡыуанып бөтә алманы Зиннәт ҡарт: «Утыҙ йылдан ашыу бригадир булып йөрө лә, хәҙер килеп бер маңҡа малайға буйһон. Ағайың ҡайынының да, уҫағының да, ҡарағайының да көллө серен, холҡон белеп бөткән саҡта, биленең ыштан тотор рәте юҡ ине әле бының. Ҡасан ғына әле ул, Зиннәт бригадаһына килеп, балтаны төйтәһенән һаптап ултыра ине? Юҡ, китеп яҡшы эштәнем...»

Зиннәт ҡарт ауылда боронғо ғәҙәт буйынса «утар» тип йөрөтөлгән ҡарауылсы өйөндәге кескенә тимер мейескә ҡоро-һары яға ла ҡарт һөйәктәрен йылытып ултыра, унан ҡалһа, мылтығын аҫып, келәттәр буйлап ары-бире йөрөп килә. Кистән алып килгән гәзиттәрен асып, иң тәүҙә «донъя хәлдәре»нә күҙ һала. Әүәл Ирандағы, Афғанстандағы хәлдәрҙе уҡый. Американың «хөсөтлөгөнә һарыуы ҡайнай: «Тот ҡапсығыңды, ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй ул», – тип, ишекле-түрле туҙынып йөрөп ала, тәмәкеһен тоҡандырып, тағы усаҡ алдына сүгәләй...

Шулай ҙа ниҙер етмәй төҫлө Зиннәт ҡартҡа, йөрәк осо әсетеп-әсетеп һыҡрап ҡуя. Үҙен каруандан тороп ҡалған юлсылай хис итә. Тегендә иптәштәре көн дә иртәнсәк, ашыҡмай ғына тәмәкеләрен һура-һура, донъя хәлдәрен бәйән ҡылаларҙыр. Ошоға тиклем политикала Зиннәттән уҙҙырған кеше булмай торғайны. Хәҙер Ғиззәттең баҙары ҡалҡты инде. Фәстермәһә, ул да биш төрлө гәзит алдырам, ти бит. Эш яғына килгәндә, әллә ни ҡыйратмайҙарҙыр ҙа ул. Ҡышын ремонт, ҡый-шаҡыр инде. Етмәһә, бөгөн мәке эргәһендә Ғиззәтте осратты.

– Арыумы, ҡорҙаш! – тип сәләм бирҙе теге. – Ней күҙгә-башҡа күренмәйһең? Шәмбе көн кисен килеп сыҡмаҫтармы тип, әбей әсе-сөсөһөн дә ҡуҙғатҡайны.

– Әсе-сөсө ҡайғылары китеп тора әле, – үҙе, ҡорҙашының буйын үлсәгәндәй, сәнсеп ҡарап алды. Һеҙҙең менән ярышып булмаҫ инде...

Ғиззәт, уҫлаптай йорон бейәләйҙәрен ҡултыҡ аҫтына ҡыҫтырып, ҡулын туны кеҫәһенә тыҡты, үс иткәндәй, Зиннәт һуғыш бөткән көндө бүләк иткән портсигарын сығарҙы, үҙе былай ҙа ҡыҫыҡ күҙҙәрен ҡыҫа төшөп, Зиннәткә төбәне:

– Утар түбәһенә төкөрөп ятам тиген инде, ә? – Зиннәт ҡарт, шуҡлыҡта тотолған бала төҫлө, ҡыҙарып китте, өҙөп кенә ни әйтергә лә белмәне. Ҡаушауын һиҙҙермәҫ өсөн, ҡайтыр яҡҡа ыңғайлаған малдарын һәүкәшләп ҡыуған булды. Үҙе күҙ ҡырыйы менән генә Ғиззәтте күҙәтә: «Китмәй бит. Тора. Юрый, уҫтыҡ менән һүҙ алырға итә шайтан. Бына һиңә сүп өҫтөнә сүмәлә: бригадаға барып, Зиннәт көпә-көндөҙ ҡолғалай булып һыйыр эсереп йөрөй», – тип хәбәр һалыр әле ул. Берҙе биш итергә яратҡан кешегә ни, етә ҡала инде...»

Көтөп тә яуап ала алмағас, Ғиззәт, тамаҡ ҡырып, үҙе һүҙ башланы:

– Хеҙмәттәштән хат алдым әле.

– Кәримд-ә-ә-н?

– Ну... һине һорашҡан, сәләм күндергән. Бер осрашып, үткәндәрҙе һөйләшеп, Зиннәттән «Азамат»ты йырлатып ултырһаң ине, тигән.

– Үҙе һуң ни хәлдә?

Зиннәт үҙенә һуҙылған тәмәкегә ынтылды.

– Һи, ҡартың бирешмәй әле. Былтыр тағы комбайнға ултырған. Ҡырҡынсы сезонды ҡаршылайым инде, тигән.

Зиннәт ҡарттың унһыҙ ҙа йәшел күҙҙәре осҡонланып китте, тик тамағына талҡан торғандай, «ыңҡ» итеп ҡуйҙы. Зиннәттең, Ғиззәт әйтмешләй, «утар түбәһенә төкөрөп ятҡанын» ишетһә, бөттө баш, тереләй һуйылдым, тигән һүҙ. Бығаса һыр биргәне булмағайны ла уның. Колхоздың аҙмы һарайына, келәттәренә уның хәләл тире түгелгән, ауылдың берҙән-бер йылғаһының ике ярын тоташтырып ятҡан күпергә лә Зиннәт исеме ҡушылған.

Ғиззәт китеп барҙы. Зиннәт ҡарттың йөрәк тәңгәлендә генә ниҙер өҙөлгәндәй булды. Ошо хәлдән һуң былай ҙа өнәмәй генә барған утарына бөтөнләй күңеле һыуынды ла ҡуйҙы. Етмәһә, әллә ни аҙаптандыр, ҡарсығы көйһөҙләнде лә инде: «Һин мине хушһынмайһың. Шуға ла ҡартайған көнөңдә, зимагур шикелле, утарға күсеп сыҡтың», – тип иламһырап һүҙ башланы, ҡарты ҡарауылға китергә йыйына башлағас. Хәләл ефетенән бындай һүҙҙәрҙе байтаҡтан ишеткәне булмағас, башта Зиннәт аңшайып ҡалды, торған еренән кире урындыҡҡа ултырҙы: тағы тороп, тапана бирҙе лә, ҡырт боролоп, ишекте ҡаҡлыҡтыра ябып сығып китте. «Бының тағы ене сыға башлаған түгелме, ҡартайғанда тырпайған тигәндәй». Зиннәт ҡарттың шиге юҡҡа түгел ине: йәш сағында ҡыҙғанып яман ыҙалатты уны Шәһиҙәһе. Алабарманланып, бик дыуамал өйләнеп ҡуйғайны шул үҙе лә...

Зиннәт ҡарт, ферма яғына китеүсе юҡмы тип, бер аҙ тирә-яғын байҡап торҙо ла, ат-фәлән күренмәгәс, көн иртә, йәйәүләп тә барып етелер тип, ашыҡмай ғына юлға сыҡты. Уйҙары уны, бынау күренер-күренмәҫ кенә булып һуҙылған, бормаланып-бормаланып түбәләр, ҡыуаҡлыҡтар эсенә инеп юғалған ҡышҡы юлдай алыҫ хәтирәләргә алып китте.

Зиннәт һуғыштан ҡайтҡан мәл бесән ваҡытына тура килде. Кистән ҡайтып төшкән һалдат иртәгеһенә колхозға өмәгә сыҡты. Ҡатын-ҡыҙ бакуй йыйҙы, ирҙәр эҫкерт һалды. Крәҫтиән хеҙмәтен һағынып ҡайтҡан егет, танһыҡ күреп, онотолоп эшләне. Төшкөгә туҡтағас, өйәңке төбөндә ҡыҙарып бешкән алманы хәтерләткән йөҙлө, тал сыбыҡтай нескә ҡыҙҙың бесәнселәр ҡулына ижау менән һыу ҡойоп торғанын күрҙе. Зиннәт тә ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына уның эргәһенә килде, эйелеп, көрәктәй устарын һуҙҙы. Ҡыҙ бик шуҡ булып сыҡты, анһыҙ ҡаушап, ҡолаҡтарына тиклем ҡыҙарған һалдаттың елкәһенә аңғармаҫтан һалҡын һыу ҡойҙо. Шуны ғына көтөп торғандай, тирә-яҡта шарҡылдап та, сырҡылдап та көлгән тауыштар яңғыраны: «Шул кәрәк! Вәт уҡыттың һалдатты!»

Тик Зиннәткә был бер сүмес һалҡын һыу үтә ҡайнар булып барып төштө. Эҫеһе йөрәгенә үтте. Зиһенен томаланы. Кис, ҡайтырға тип тейәлешкәс, теге ҡыҙ күрше ауылдыҡыларҙың арбаһына ултырҙы. Зиннәт Ғиззәт дуҫының бөйөрөнә төрттө: «Кем ул, әй?» Тегеһе тертләп ҡуйҙы ла ҡапыл, иҫе китмәгән бер ҡиәфәт менән: «Хәйербашар ҡарттың ҡыҙы ла... Сәғиҙә», – тине. Ҡыҙ, арба ҡуҙғалып киткәс, быларға ҡарап йылмайғандай итте.

Аҙна-ун көн үтеүгә, араға эт-ҡош төшөп ҡуймаҫ борон тип, йәһәтләп Хәйербашар ҡыҙына яусы ебәрҙе Зиннәт. Был турала Ғиззәтте лә әшкәртте: «Была не была, ебәрҙем әле, әй. Риза булһа, сығыр, булмаһа, яусыларҙы кире борор... Ниңә, ғәйепме ни: ҡыҙ бар өйгә ҡырҡ ат эйәләй...»

Башта дуҫы ниңәлер һағайҙы, маңлайын йыйырып, шымып ҡалды. Күп тә үтмәй, бер ни булмағандай, Зиннәттең арҡаһына шапылдатып һуғып алды: «Һай, маладисһың, ҡалай тәүәккәлһең, әй?!»

Әйттерҙеләр. Кейәү үңәре итеп Зиннәт Ғиззәтте һайланы, әҙәм алдында кәм-хур итерлек түгел, утты-һыуҙы ла бергә кискәндәр, төҫкә-башҡа артыҡ килмәһә лә, теле-телгә йоҡмай.

Һәммәһе лә йола буйынса башҡарылды: ҡыҙ йәшерҙеләр, еңгәләр йүгереп йөрөп күпертеп урын-ер әҙерләп, алыр бүләктәрен алып, хәйерле кис, матур төш теләп, аяҡ остарына ғына баҫып, мут йылмайып сығып киттеләр.

...Етеле шәмдән төшкән оялсан яҡтылыҡ ҡыҙ ябынған шәлдең суҡтарына һырына, күңелде ҡытыҡлай. Кәләш йөҙөн асмаған була. Зиннәт әллә ни астырырға ла маташып торманы – ҡыҙ бала ояла торғандыр, тине лә ҡуйҙы. Ул арала шәмдең кәрәсине бөтөп, филтәһе ҡыҙара, ҡыуығы былҡылдай башланы. Зиннәт, шуны ғына көткәндәй, һүнә алмай интеккән шәмгә ярҙамға ташланды... Ҡыҙҙың йөҙө генә түгел, йөрәге лә ҡайнар булып сыҡты.

Иртәнсәк Сәғиҙә һылтаңлаңҡырап сығып барғас, Зиннәт, кейенеп ултырған еренән туҡтап, күҙ һалды. Тегеһе лә ҡайырылып ҡараны, тулы ирендәрендә оялсан йылмайыу барлыҡҡа килде. Зиннәттең тәне эҫеле-һыуыҡлы булып китте: Сәғиҙәме был, бүтәнме? Оҡшаған да, оҡшамаған да һымаҡ, етмәһә, сатан. Ул арала булмай, еҙнәй аҡсаһы алырға тип, балдыҙҙары кемуҙарҙан йүгерешеп килеп етте. Шаңҡыған Зиннәт һүҙ ҙә әйтә алманы: иң алда ҡояштай балҡып тупһаны аша атлағаны Сәғиҙә ине...

Тиҙҙән Ғиззәт тә Зиннәткә серен систе: «Ну, шәп иттең әле, тине ул, ҡулдарын ыуғылап. Беҙ Сәғиҙә менән өйләнешә алмай зар-интизар булып йөрөй инек. Апайымдан уҙып сыҡмайым ти ҙә ҡуя бит, әй!»

Их, баш, Хәйербашар ҡарттың ҡыҙының икәү икәнен этем белгәнме? Яусыларға ни исемен әйтеп тә ебәрмәне бит: Хәйербашар ҡыҙын яусылағыҙ, тине лә ҡуйҙы. Ә бит Ғиззәт белгән уның апаһы бар икәнен, аяҡҡа зәғиф икәнен дә белгән. Ох яҙмыш, ох хәйерһеҙ яҙмыш! Хәҙер кәләшенең исемен кемдән һорарға инде, төн ҡунып сыҡҡандан һуң үҙенән барып: «Әй, һинең исемең кем булды әле», – тип төпсөп булмай бит инде? Шуны һиҙеп торғандай, йөҙөндә ҡан әҫәре ҡалмаған дуҫын ҡултыҡлап алды Ғиззәт.

– Әйҙә, Шәһиҙәләр еңгәләре өйөндә, – тигән булды. Шулай итеп, кәләшенең исемен дә белергә насип булды Зиннәткә. Юҡ, Шәһиҙәгә өйләнгәненә хәҙер үкенмәй ул: ундай ҙа ырыяһыҙ, күндәм, алсаҡ ҡатынды көндөҙ сыра яндырып эҙләһәң дә таба алмаҫһың. Ана, Ғиззәттең башы Сәғиҙәнең «иркәләүе» арҡаһында тапандыға өйләнде, Зиннәттең һәр бөртөк сәсе үҙ урынында, алайға китһә. Тик шул ҡыҙғанып ҡына теңкәгә тейҙе. Уныһына ла, яуап итеп, Зиннәт әмәлен таба торҙо. Был юлы ла: «Әле һин шулаймы», – тип, иртән өйөнә ҡайтмаҫҡа булды. «Бәләкәй азбукаңды уҡытып алайым әле, юҡҡа ҡорсоп йөрөйһөң», – тип уйланы ул, эске бер кинәнес менән.

Төн ҡәҙимгесә үтте. Таң атҡас, фермаға барҙы. Өйрәнгәс ни, ҡулға балта тотмау, баланы имсәк ташлатҡандағы шикелле, ҡыйын икән ул. Башта ул боҙолған- ҡыйрағанды рәтләштереп йөрөнө, унан һауынсыларға йыуған бидондарын һарҡытырға ҡуйыу өсөн бынамын тигән ҡоролма эшләп бирҙе. Эшләп бөткәс, ҡарағай еҫен рәхәтләнеп һулай-һулай ашыҡмай ғына тәмәке ҡабыҙҙы.

Кисен кире утарына килде. Тимер мейескә ҡоро тапсыҡ яғып, бәләкәй серем итеп алайым тип, тар ғына һикегә салҡан төшөн ятты. Утарҙың ҡыйыҡһыҙ түбәһенә типә-тиң итеп көрт һалғанлыҡтан, яңғыҙы суҡайып ултырған ҡыҫҡа ғына мөрйәлә елдең шаулап уйнауын тыңлап ята торғас, йоҡоға киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды.

...Өйҙөң мөйөшө тығырлағандай булғанға уянып китте ул. Мал ышҡынамы тиер инең – һуң. Был мәлдә этем дә йөрөмәҫ. Зиннәт ҡарт, йәһәт кенә тунын эләктереп, мылтығын алып тышҡа сыҡты: «Ул-был булыуын булмаҫ, мәгәр була ҡалһа, минән ысҡынмаҫ!» – тигән уй йүгерҙе башынан. Өйҙө уратып ҡарап сыҡты. Шул мәл тәҙрә эргәһендә уйылып-уйылып ҡалған эҙҙәрҙе күрҙе. Эҙҙәр өй мөйөшөнә барып, һырынты буйлап өҫкә күтәрелгәнгә оҡшай.

– Эй, кем бар унда? Төш!

Шул саҡ утарҙың теге яғында нимәлер дығырлап ергә ҡоланы. Зиннәт ҡарт бата-сума шунда йүгерҙе:

– Ҡуҙғалма! Атам!

– Уй, Зиннәткәйем, – тип ҡысҡырып ебәрҙе ярты биленән көрткә батҡан «түмгәк» ҡатын-ҡыҙ тауышы менән. – Был мин, ҡарсығың бит!

– Һин булһаң, өй башында атаң башын ҡарап йөрөйһөңмө, убыр йөрөмәҫ төндә?

– Уй, Зиннәткәйем, билем, уй, харап булдым! Шайтан ҡотҡоһона бирелдем, – үҙе йәбешер нәмә тапмағас, ҡартының салғыйына йәбешеп, батҡан еренән сығырға аҙапланды. – Ҡайынеңгә, һинең яҫтығыңа башын һалмаҫҡа була утарға күсеп сыҡты бит ул, ти бит Ғиззәт, йөҙө ҡара булғыры.

Зиннәт ҡарттың асыуы алҡымына тығылды: «Юҡ! Етте! Түҙер әмәл ҡалманы. Шул аҡылдан яҙған ҡарсыҡтар ғына килмәһә, шайтаныма кәрәге бармы ул келәттәрҙең?! Ана, һаҡлаған Сәлмән һаҡлаһын. Күҙе үҙенән ике аҙымда торған үгеҙҙе һыйырҙан айыра алмай. Танһыҡ итеп киткән улынан да, ай тормай, һағынып кире ҡайтҡан тиҙәр. Барам хужаға, подсобный итһәң дә, балтанан айырылаһым юҡ, тим. Йә бынау хәлде әҙәм ишетһә, ниңә ер тишегенә инеп китмәйһең. Ә һуң, утты-һыуҙы бергә кискән, бер өйәңкенән ҡырҡып алған тал сыбыҡҡа атланып үҫкән Ғиззәттең ни үсе бар икән миндә?»

Зиннәт ҡарт балтаһы-уты менән контораға килеп инеүенә, аптырап ҡалды: бөтә балта оҫталары, ташсылар йыйылған ине. Зиннәтте күргәс: «Әйҙүк, Зиннәт ағай, әле генә һине телгә алғайныҡ, маҡтап йөрөйһөң икән», – тип шаулашып киттеләр. Ғиззәт тороп урын бирәйем тигәйне, йәш егет ырғып тороп Зиннәткә үҙенең ултырғысын тәҡдим итеп өлгөрҙө.

– Бер аҙ тынысланғас, председатель:

– Эштәр шулай әле, Зиннәт ағай, үҙ көсөбөҙ менән балалар баҡсаһы һалырға торабыҙ. Иң тәжрибәле балта оҫтаһы булараҡ, был эштән ситтә ҡалмаҫһың инде. Әле бөтә бригада менән өйөңә бармаҡсы булып ултыра инек, – тине.

Эштәр былайға ыңғайлағас. Зиннәт ҡарттың да баҙары күтәрелеп китте. Иҫе китмәгәнгә һалышып, хатта балта тотоп ултырғанын да онотоп: «Төҙөһәгеҙ, төҙөрһөгөҙ шул. Минең ни, алла башҡа, мулла бүтән», – тигән булды.

– Улай тимә инде, Зиннәт ағай. Һинең шикелле маһирҙәр ерҙә аунап ятмай, һеҙ өйрәтмәһәгеҙ, йәштәр ҡайҙан белһен уны? Әле бына, ҡартты борсомайыҡмы әллә, тигәс, – ул Ғиззәт ҡарт яғына ҡарап алды, – иң элек бажаң ҡаршы сыҡты: «Ҡорҙашты списать не дам», – ти ҙә ҡуя.

Зиннәт ҡарт ерән мыйыҡтарын хәтәр һыпырып ҡуйҙы. Анһыҙ ҙа йәшел күҙҙәре, ямғырҙа сыланған йәшмәләй йәшәреп, яҡтырып китте.

Таңсулпан ҒАРИПОВА.

Автор:Айгуль Хайбуллина
Читайте нас: