Ашҡаҙар
-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Декабрь , 11:04

Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!

Стәрлетамаҡта ҡағиҙә боҙған мигранттарға штраф һалынған.

Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!
Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!

Дүрт шәхескә ҡарата миграция контролен, медицина тикшереүен һ.б. иғтибарһыҙ ҡалдырғандары өсөн, административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында эш ҡуҙғатыла. Суд ҡарары буйынса, уларҙың өсөһө – икешәр мең һум түләһә, дүртенсе мигрантҡа 40 мең һум күләмендә штраф түләргә тура киләсәк.

Тағы ла 21 иммигрантты Сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәге аша оҙатасаҡтар. Уларға ла шулай уҡ штраф һалынған.

***

Шулай уҡ Стәрлетамаҡта миграция миграция талаптарын боҙған өсөн 42 сит ил гражданын үҙ иленә ҡайтарырға ҡарар иткәндәр.

25 ноябрҙән 29 ноябргә тиклем суд уларҙы Рәсәйҙә йәшәү режимын боҙоу статьяһы тураһында ғәйепле тип таный. Барыһына ла штраф һалып, Рәсәй Федерацияһынан ситкә ҡыуыу тураһында ҡарарҙар ҡабул ителгән.

“Өйҙәренә” ҡайтып киткәнсе улар Сит ил граждандарын ваҡытлыса тотоу үҙәгендә урынлаштырасаҡтар.

Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!
Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!
Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!
Ҡағиҙә боҙһаң – штраф!
Автор:Альфия Мансурова
Читайте нас: