Стәрлетамаҡ районынан “Башҡорт” ҡушаматлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яугир Республика махсуслаштырылған балалар йортона 100 мең һум күсергән. Һәр бала иң яҡшыға ғына лайыҡ, тип иҫәпләй ул. Яугир унда бәләкәй саҡтан уҡ ғәҙеллек, мәрхәмәтлелек һәм шәфҡәтлелек сифаттары тәрбиәләгән ғаиләлә үҫә.
Медицина күрһәткестәре һәм һаулыҡ торошо буйынса хәрби хеҙмәттән кисектереү рөхсәт ителһә лә, иң яҡшы дуҫы һәләк булғандан һуң ул РФ Оборона министрлығы менән контракт төҙөй, һәм 2024 йылдың июнендә илебеҙ һағына баҫа.